Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Апрель 2015, 17:18
Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса республикалағы торлаҡ төҙөлөшөндә 30 процентлыҡ үҫеш күҙәтелгән
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар-мартта республикала торлаҡ төҙөлөшө күләме 529,7 мең квадрат метр тәшкил иткән, был былтырғы ошо осорҙағы күрһәткестән 29,7 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Абсолют күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында Татарстандан ҡала (573,8 мең квадрат метр) икенсе урынды биләй. Йән башына торлаҡ төҙөү буйынса республика Һамар өлкәһе менән дүртенсе урынды бүлешә. Татарстан, Ульяновск өлкәһе һәм Удмурт Республикаһы — лидерҙар рәтендә.
Торлаҡ төҙөлөшөндә шәхси төҙөүселәр өҫтөнлөк итә. Төбәктә сафҡа индерелгән торлаҡ майҙандарының 64,3 проценты, йәки 340,7 мең квадрат метр уларҙың өлөшөнә тура килә. Предприятиелар һәм ойошмалар 189 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән.
Теги:
төҙөлөш
торлаҡ
статистика
башҡортостанстат
Читайте нас