Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
6+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Март 2015, 16:11
Ял көндәрендә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 28, 29 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда йәшелсәләрҙе һәм башҡа аҙыҡ-түлекте етештереүселәрҙең үҙҙәренән һатып алырға була.
28 мартта Дим районында Правда урамы буйлап — Ухтомский урамынан М. Йәлил урамына тиклем – автомобиль юлы эргәһендә һатыу итеү ойошторола. Калинин районында йәрминкә Интернациональ һәм Машиналар эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Киров районында — Эшсе хәбәрселәр урамы, 5-7, Ленин районында «Народный» павильоны ҡаршыһындағы участкала (Өфө — Затон трассаһы), Орджоникидзе районында — «Тирәктәр» сауҙа йорто эргәһендәге майҙанда (Коммунарҙар урамы, 59) һәм С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда эшләй.
28 һәм 29 мартта ауыл хужалығы йәрминкәләре Октябрь районында (Р.Зорге урамы, 44), шулай уҡ Орджоникидзе районында — «Меркурий» сауҙа үҙәге биләмәһендә (Ҡулса урамы, 65), «Урал» сауҙа-сервис комплексында (Рәсәй урамы, 23) ойошторола.
Теги:
ауыл хужалығы
йәрминкәләр
Читайте нас