Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Март 2015, 13:10

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтә

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Бөгөн, 20 мартта, Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, баш ҡалаға эш сәфәре менән Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский етәкселегендә делегация килде.
Бөгөнгө көнгә ике төбәк башлыҡтарының осрашыуы, эшҡыуарлыҡ даирәләре вәкилдәренең һөйләшеүҙәре, Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең иҡтисади һәи инвестиция потенциалын күрһәтеү планлаштырылған. Күрше өлкә делегацияһы «АгроКомплекс» күргәҙмәһен дә ҡараясаҡ.
1997 йылда тәүге тапҡыр ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. 2003 йылда ике йыл һайын яңыртылып торған килешеү төҙөлдө. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе етәкселәре ҡатнашлығындағы ошондай осрашыу 2009 йылда булды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ике төбәк араһында иҡтисади өлкәләрҙә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылды. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса, Силәбе өлкәһе ил төбәктәре араһында Башҡортостандың тауар әйләнешендә икенсе урын алды — 30,2 миллиард һум, шул иҫәптән республикаға индерелгән тауар — 15,7 миллиард, республиканан ситкә сығарыу 14,5 миллиард тәшкил итте.
Башҡортостандан күрше өлкәгә етештереү-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар: дизель яғыулығы, мазут, ҡағыҙ, минераль ашламалар оҙатыла. Ҡулланыу тауарҙарынан — автомобиль бензины, ликер-араҡы продукцияһы, ит-колбаса изделиелары, һөт продукцияһы, минераль һыуҙар. Силәбе өлкәһенән республикаға ҡара металл прокаты, ҡорос торбалар, төҙөлөш материалдары һәм йөк машиналары килтерелә. Ҡулланыу тауарҙарынан — үҫемлек майҙары, һыра, он, макарон, ярма, кондитер изделиелары, аяҡ кейеме.
Учалы ауыл хужалығы ойошмалары «Башаҡ» Уйылға икмәк продукттары комбинаты менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. Республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарындағы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр һөт эшкәртеү предприятиеларын даими тәьмин итә.
Сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлек тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Йылайыр районының «Гранд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Магнитогорск металлургия комбинатына төрлө ағас материалдары килтерә. Красная Башкирия кирбес заводы Силәбе өлкәһенең төҙөлөш ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара.
Туризм һәм шифахана-курорт тармағы өлкәһендә хеҙмәттәшлек йылдам үҫешә. Әбйәлил районының Төньяҡ Үләнде күле буйындағы ял йортон төҙөү тамамлана. 2012 йылдың июлендә төбәктә тәүге «Динопарк» асылды. Ҡунаҡхана, кафе, аттракциондар паркы, бассейн төҙөлдө. Саңғы трассаһы, һырғалаҡ, аэродром, медицина пункты, балалар баҡсаһын асыу планлаштырыла.
Дөйөм алғанда, республика һәм Силәбе өлкәһе эшҡыуарҙарының берлектәге инвестиция эшмәкәрлеге Урал аръяғында һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында 60-тан ашыу эш урынын һаҡлап ҡалырға һәм 200 самаһы өҫтәмә эш урындарын булдырырға мөмкинлек бирҙе.
Читайте нас: