10:08 (UTC+5), 18 Март 2015

Йыл башынан Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 1,3 процентҡа артҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Йыл башынан Өфөлә икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы 1,3 процентҡа артҡан һәм 68,3 мең һум тәшкил иткән, тип иҫәпләп сығарған «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы аналитиктары. Һайлап алынған исемлеккә элиталы фатирҙар индерелмәгән.
Өфөлә бер бүлмәле фатирҙарҙың квадрат метры уртаса 73,1 мең һумға, ике бүлмәлеләр — 66,7 мең, өс бүлмәлеләр — 65,1 мең, күп бүлмәлеләр 61,7 мең һумға тәҡдим ителә.
Өфөлә иң ҡиммәт «икенсел» фатирҙар ҡала үҙәгендә урынлашҡан (бер квадрат метры — 77,4 мең һум). Артабан — Йәшел сауҡалыҡ (74,9), Октябрь проспекты (72,2), Сипайлово (71,5), Дим (62), Черниковка (60,3), Инорс (59,8), Затон (54,9) һәм Шаҡша (50,5).
«Эксперт» аналитиктары билдәләүенсә, ҡала үҙәгендә тәҡдим ителгән торлаҡтың ғәмәлдәге уртаса хаҡы статистика һандарынан ҡырҡа айырыла. Был элиталы торлаҡтың исемлеккә индерелмәүенә бәйле. Ҡала буйынса элиталы фатирҙарҙың бер квадрат метрының уртаса хаҡы 90 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
— Йылына 13 процент менән бирелгән ипотека программалары беренсел баҙарға ғына ҡағыла, шуға күрә икенсел торлаҡта тенденция һаҡланасаҡ. Ихтыяж ҙур түгел, хаҡтар әле үк төшә башлауы ихтимал, әммә милекселәр психологик яҡтан быға әҙер түгел. Яңы төҙөлгән йортто ипотекаға алыу өсөн икенсел фатирҙы һатырға кәрәк, әлегә уны һатыу ҡатмарлыраҡ, — ти «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығының генераль директоры Елена Андреева.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика