05:44 (UTC+5), 18 Марта 2015

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Финанс министрлығы коллегияһында сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 17 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Финанс министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Ултырыш барышында министрлыҡтың 2014 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға мөһим бурыстар билдәләнде.
– Башҡортостандың иҡтисады, уның иҡтисади хәүефһеҙлеге, үҫеш динамикаһы күп осраҡта төплө уйланылған ҡарарҙарға, эш сифатына һәм финанс өлкәһендә тәртип булдырыуға бәйле, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөнгө көндә Хөкүмәттең, тәү сиратта Финанс министрлығының төп бурысы – республика тупланма бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәрен арттырыу.
Республика Башлығы хәбәр итеүенсә, былтыр Башҡортостан биләмәһендә Рәсәй бюджетына 560 миллиард һумдан ашыу килем йыйылған, был 2013 йылдағы һөҙөмтәләрҙән 10,5 процентҡа юғары. Шул уҡ ваҡытта республиканың тупланма бюджетына 133 миллиард һум табыш ингән, был, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 5,3 процентҡа ғына күберәк.
Быйыл республика бюджеты 97,6 миллиард һум суммаһында раҫланған. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, уны башҡарып сығыу өсөн һалым түләүселәрҙең бурысы һәм предприятиеларҙың һалым өсөн тотолған аҡсаға бәйле хәлде яйға һалып, дәүләт һәм муниципаль милекте һәм ерҙе файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырып, шулай уҡ табыш алыуҙың яңы сығанаҡтарын асыҡлап, һалым килемдәренең тотороҡлоғон тәьмин итергә кәрәк. Бынан тыш, бюджет, мотлаҡ медицина, социаль һәм пенсия страховкалау фондтары керемдәре күләменә йоғонто яһаусы «һоро эш хаҡы»на ҡаршы көрәш алып барыу зарур.
Төбәк етәксеһенең Финанс министрлығы алдына ҡуйған бурыстар иҫәбендә – дәүләт программаларын төҙөүгә яңы алымдар индереү иҫәбенә бюджеттың тигеҙләнешен тәьмин итеү, бюджет селтәрен оптималләштереү, дәүләт аппаратына сығымдарҙы кәметеү, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдары үҫеше, һатып алыуҙар эшмәкәрлеген контролдә тотоу.
Эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция әүҙемлегенә лә этәргес бирергә кәрәк. «Һалым каникулдарын» индереү буйынса закон һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һалым йөкләмәһен кәметеү буйынса бер нисә сара ошо мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ муниципалитеттарҙың шәхси килемдәре өлөшөн арттырыу зарур.
Башҡортостан Рәсәйҙең үҙ аллы һәм көслө субъекты булыуға ҡарамаҫтан, республика артабан үҫешергә тейеш, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Бурысыбыҙ – көрсөктән яңы иҡтисад, нығынған финанс системаһы менән сығыу. Беҙгә динамикалы, ышаныслы үҫеш юлына баҫырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика