ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылда Башҡортостанда капиталь ремонтлауҙың
ҡыҫҡа ваҡытлы планын тормошҡа ашырыуға 2 миллиард 700 миллион һум аҡса йүнәлтеү, 920 күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау планлаштырыла, шуның менән бергә 147 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.