Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
09:25 (UTC+5), 10 Марта 2015

Республикала ярмалар һәм медикаменттар ҡиммәтләнә, помидорҙар һәм араҡы арзаная

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы ағымдағы йылда инфляцияны алға этәреүсе төп көс булып ҡала. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан Башҡортостанда аҙыҡ-түлек 7,8 процентҡа, 2014 йылдың ғинуар-февралендә 2,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. Шуның менән бергә республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың үҫеше Рәсәй (9,1 процент) һәм Волга буйы федераль округының күп кенә субъекттарына ҡарағанда кәмерәк.
Февралдә Башҡортостанда тары, дөгө, борсаҡ һәм манный ярмаһы 6,1 — 12,1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Сыр һәм май — 2,6 — 4,9 процентҡа, бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары һәм бойҙай оно — 2,5 — 3,6, сәй 9,9 процентҡа артҡан.
Балыҡ продукцияһының айырым төрҙәре 1,5 — 14,6 процентҡа, шул иҫәптән туңдырылған балыҡ 10,6 процентҡа ҡыйбатланған. Һөт ризыҡтары 1,9 — 9,3 процентҡа (һөт — 3,6 процентҡа), ит — 0,7 — 7 процентҡа (һыйыр ите — 3,8 процентҡа, колбаса — уртаса 2,4 процентҡа) ҡиммәтерәк.
Шул уҡ ваҡытта ҡыяр-помидорҙар — 14,1 — 22 процентҡа, сусҡа, ҡош ите һәм тоҙ — 0,8 — 1,2, араҡы 2,1 процентҡа арзанайған.
Февралдә медикаменттарҙың хаҡы һиҙелерлек артты. Статистиктар күҙәтеү алып барған 45 медицина препараттарының 16-һы 5,1 — 10,7 процентҡа, 26-һы 5 тапҡырға ҡыйбатланған.
Шулай уҡ электр приборҙарының айырым төрҙәренә, йыһазға, косметика тауарҙарына, кейем-һалымға, аяҡ кейеменә, трикотаж һәм ойоҡ-ойоҡбаш изделиеларына ла хаҡтарҙың күтәрелеүе билдәләнгән.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә инфляция 5,7 процент кимәлендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика