09:45 (UTC+5), 11 Февраля 2015

Халыҡ-ара саммиттар алдынан Өфөлә БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышы үтәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Июлдә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә БРИКС-тың Эшлекле советы саралары планлаштырыла. Был турала Бразилиялағы Совет ултырышында һүҙ барҙы. Форумда Рәсәйҙән илдең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин, Башҡортостандан республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев ҡатнашты.
— Миңә ултырышта ҡатнашыусыларҙың кәйефе оҡшаны, — тип аңлатма бирҙе Азат Фазлыев. — Аныҡ, эшлекле тәҡдимдәр, берекмә буйынса партнерҙарға әҙәпле мөнәсәбәт. Рәсәй БРИКС илдәрендә эшҡыуарлыҡ өсөн административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү стандарттарын индерергә тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар июндә Санкт-Петербургта үтәсәк эшлекле форумдан һәм Өфөләге Эшлекле совет ултырышынан илдәр берләшмәһенә инеүселәрҙең иҡтисади интеграцияһын көсәйтеү, иҡтисади хеҙмәттәшлектән яңы сифатлы кимәлгә күсеү хаҡында һөйләшеүҙең дауам ителеүен теләй.
БРИКС-тың төп мәсьәләләренең береһе — эшлекле даирәләргә партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыуҙа ярҙам итеү. Эшлекле советтың Рәсәй яғы май аҙағында Мәскәүҙә БРИКС дәүләттәренең алдынғы күргәҙмә компанияларының айырым осрашыуын уҙғарырға тәҡдим итә. Уның йомғаҡтарын Петербургтағы форумда һәм Өфөләге БРИКС-тың Эшлекле советы сараларында тикшереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика