ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2015 йылда Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялауға 300 миллион һум аласаҡ. Дөйөм күләме 10 миллиард һум булған субсидиялар 2013-2020 йылдарға «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының 85 субъекты араһында бүленгән. Рәсәй Хөкүмәте сайтында субсидиялар биреү тәртибен регламентлаусы
ҡарар һәм
бойороҡ баҫылған.