Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Октябрь 2014, 17:27

Рөстәм Хәмитов: «Яңы ысынбарлыҡ властан һәм бизнестан тығыҙ хеҙмәттәшлекте талап итә»

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында асылған XIV Рәсәй энергетика форумында булды. Республика башлығы Мәскәү энергетика университеты профессоры, техник фәндәр докторы Виктор Кудряв менән осрашты һәм «йәшел энергетика»ға арналған пленар ултырышта сығыш яһаны.
Үҙенең сәләмләү телмәрендә Рөстәм Хәмитов, геосәйәси шарттарҙың көсәйгән хәлендә донъя һәм Рәсәй иҡтисадының үҫеше аҡрынайҙы, тип билдәләне. Шулай итеп, Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 102,5 процент тәшкил итте.
- Яңы ысынбарлыҡ властан һәм бизнестан тығыҙ хеҙмәттәшлекте, бер-береңә ышаныуҙы, күп кенә өлкәләрҙә уртаҡ тырышлыҡты төҙәтеүҙе талап итә. Бизнестың, компанияның капиталлаштырыуын, табышын күтәреүгә йүнәлтелгән үҙ мәсьәләләрен генә хәл итеп ҡалмай, власҡа ярҙам итеүе бик ҙур әһәмиәткә эйә. Мөһим үҙ-ара килешеп эш итеү йүнәлештәренең береһе – энергия комплексын үҫтереү, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Республиканың энергетика системаһы ҡеүәте буйынса Уралдың берләшкән энергия системаһына ингән туғыҙ төбәк энергия системаһының берәүһе булып тора һәм, 4,5 ГВт тәьмин итеп, уның дөйөм ҡеүәтенең унынсы өлөшөн тәшкил итә. Әммә, Президенттың әйтеүе буйынса, бөгөнгө көнгә ҡайнар сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөн иҫәпкә алғанда был ғына етешмәй.
- Хәҙер Яңы Салауат йылылыҡ элекр үҙәгенең пар-газ ҡоролмаһы яңыртыла һәм төҙөлә. «5-се йылылыҡ электр үҙәге» буйынса эштәрҙе «Интер РАО ЕЭС» алып бара. Республикала энергия объекттары барлыҡҡа килһен өсөн тырышып эшләргә тейешбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Альтернатив энергетика әлеге ваҡытта был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тәьҫир итмәй һәм, республика башлығының әйтеүе буйынса, «башланғыс хәлендә» тора. Гидроэнергетика өлкәһендә йәмғеһе өс эре һыу электр станцияһы (Павловка, Нөгөш, Йомағужа һыу электр станциялары), 12 бәләкәй һәм микро-ГЭС эшләй. Был йүнәлеште үҫтереү өсөн ресурстар етерлек – күләме 100 мең кубометрҙан ашыу 120 һыуһаҡлағысы һәм быуа. Дөйөм ҡеүәте 40 МВт самаһы биш ҡояш электр станцияһы төҙөлә. 2001 йылдан алып Туймазы районында 2,2 МВт ҡеүәтенә эйә ел станцияһы эшләй.
- Беҙ башҡа альтернатив сығанаҡтар өҫтөндә эшләйбеҙ. Атап әйткәндә, малсылыҡ, үҫемлекселек, икенсел ресурс ҡалдыҡтарын артабан йылылыҡ һәм электр энергияһын бүлеп сығарыу менән газ алыу сығанаҡтары сифатында ҡулланыу. Әммә был бөтә сит үҙенсәлек, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Бөгөнгө көнгә илебеҙҙә йәки республикабыҙҙа бындай төрҙөң ҡайнар үҫешен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был бөтә фәҡирлек продукттары. Һәм улар ҙур энергетика булмаған урындарҙа мохтажлыҡ булғанда ғына ҡулланыласаҡ.
Республика өсөн ғәҙәттәге йылылыҡ энергетикаһын үҫтереү өҫтөнлөклө булып тора тигән ышаныста республика башлығы.
- Һис шикһеҙ, «йәшел», альтернатив энергетикаға ла ярҙам итергә, ҙур энергетиканы ныҡ ҡына үҫтереү тураһында уйларға кәрәк, — тип билдәләне Президент.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй энергетика форумы Башҡортостанда 2000 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл ул Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаларында РФ Рәйеслек планына индерелгән. Үҙ докладтарын унда РФ, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең алдынғы 100-ҙән ашыу энергетика тармағы эксперттары, федераль һәм төбәк закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәре, алдынғы энергетика компаниялары етәкселәре ҡатнаша. Саралар программаһы менән шулай уҡ «Энергияны һаҡлау. Электротехника. Кабель» һәм «ШОС энергетикаһы» махсуслаштырылған күргәҙмәләр планлаштырылған.
Читайте нас: