Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
10 Сентября 2014, 10:22
Республикала эконом торлаҡтың квадрат метры 34 мең һумдан артмаясаҡ
ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Эконом торлаҡтың бер квадрат метрына яҡынса хаҡ 31-34 мең һум күләмендә билдәләнгән. Бының тураһында БР Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитет ултырышында Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров хәбәр итте.
- Эконом торлаҡ төҙөү өсөн Өфө районында өс ер участкаһы һайланған, — тип хәбәр итте Камил Мансуров. — Граждандар өсөн торлаҡтың хаҡын түбәнәйтеү маҡсатында ғәҙәттәге аукциондар урынына «голланд» аукциондары механизмы ҡулланыласаҡ.
Бындай аукционды үткәреү механизмының үҙенсәлеге – эконом торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡын түбәнәйтеү.
Башҡортостан Хөкүмәте Өфө районында 9–12 мең кешегә иҫәпләнгән эконом класлы 3 000 таун-хаус төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырырға ниәтләнә.
Теги:
төҙөлөш
торлаҡ
Читайте нас