Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Сентябрь 2014, 11:08

Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы президенты Александр Шохин менән осрашты

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 4 сентябрҙә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы президенты Александр Шохин менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов Александр Шохинға «Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында»ғы закон проектын тикшереү өсөн майҙансыҡ итеп Өфөнө һайлағандарына рәхмәт әйтте.
Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы башлығы билдәләүенсә, «Башҡортостан — был теманы – сәнәғәт сәйәсәтен, сәнәғәт сәйәсәте тураһындағы законды тикшереү өсөн тәбиғи урын. Республика нефть химияһы, химия, нефть эшкәртеү кеүек үҙ-ара яҡшы тығыҙ бәйләнештә булған бер нисә мөһим тармаҡты бергә уңышлы алып бара. Дөйөм Рәсәй фонында иҡтисади сәйәсәт бында күпкә отошло күренә. Шунлыҡтан ултырышты һәм закон тураһында фекер алышыуҙы бында үткәрергә булдыҡ. Уға тиклем закондың ыңғай яҡтарына ҡағылышлы күп кенә фекер алышыуҙар булды. Ысынында иһә, беҙ уның өҫтөндә ныҡ ҡына эшләнек, хатта бюроның махсус ултырышын үткәрҙек. Сәнәғәт министрлығы, Иҡтисад министрлығы етәкселәрен саҡырҙыҡ. Закондың һуңғы тексы яҡшыраҡ килеп сыҡты. Ике вариант булды. Береһе – «рамкалы», сәнәғәткә ярҙам итеү кәрәклеге тураһында. Башҡа варианттар бигерәк аныҡ ине, уларҙа билдәле һалым ташламалары һәм башҡалар яҙылғайны. «Алтын урталыҡ» табылды, унда сәнәғәткә ярҙам итеүҙең бөтә төп механизмдары, шул иҫәптән, мәҫәлән, махсус инвестиция килешеүҙәре кеүек яңылары ла яҙылған. Бер нисә көн элек Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев «Сәнәғәтте үҫтереү фондын» ойоштороу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ул тап ошо законға һалынған. Фонд булдырыу тураһындағы ҡарар ғына түгел, ә бюджеттың «өс йыллығы» сиктәрендә һалынған 18 миллиард һум аҡса ла бар. Әгәр был аҡсалар дөрөҫ итеп файҙаланылһа, һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин».
Александр Шохин, «бөгөн Башҡортостан, Волга буйы федераль округы коллегалары менән» Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзының төбәк бүлексәләре Координация советының киңәйтелгән ултырышы уҙасаҡ, тип хәбәр итте. Закондың икенсе уҡыуына әҙерләнгән төҙөтмәләрҙе тикшереү күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, «хәҙер фекер тупларға ғына түгел, ә сәнәғәт сәйәсәтен уйлап алып барыу өлөшөндә эшләргә лә ваҡыт етте. Эре предприятиелар менән икәүҙән-икәү генә ҡалғанда уларҙың эшен беҙҙең менән бергә планлаштырыу, стратегиялар эшләүҙә, артабан планлаштырыуҙа ҡатнашыу ауырға төшә. Элекке «дәүләт планлаштырыуын» кирегә үҙ формаһында ҡайтарып булмай, әммә был планлаштырыуҙың элементтарын, һис шикһеҙ, индерергә кәрәк. Хәҙер стратегик планлаштырыу тураһында яңы закон сыҡты. Ул да бик ҡыҙыҡлы, мөһим, кәрәкле. Үҙебеҙҙә Сәнәғәт министрлығы менән бергә предприятиелар менән үҙ-ара эш итеү моделен тормошҡа ашырырға тырышабыҙ», тип билдәләне.
Республика башлығының фекере буйынса, «беҙгә план-баҙар иҡтисады кәрәк. Ҙур предприятиены алайыҡ. Беҙ стратегияны әҙерләүҙә ҡатнашмайбыҙ, алдағы 5-7 йылда нимә эшләргә планлаштырғандарын белмәйбеҙ. Бынан беҙ республиканы, территорияны стратегик үҫтереү моделен әҙерләй алмайбыҙ. Бөтә субъекттар ҙа ошондай хәлдә. Әйтмәйҙәр, коммерция серенә, эске мәғлүмәткә һылтаналар. Ә беҙгә ни эшләргә? Беҙ 3-5 йылдан күпме һалым булыуын, теге йәки предприятиеның нисек үҫешәсәген аңларға тейешбеҙ. Сәнәғәт сәйәсәте тураһындағы законда бындай үҙ-ара эш итеүҙең элементтары яҙылған».
Читайте нас: