Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Сентябрь 2014, 18:53

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Кредит гарантиялары агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Форум сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Кредит гарантиялары агентлығы» банк булмаған депозит-кредит ойошмаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Кредит гарантиялары агентлығы идаралығы рәйесе Галина Изотова шулай уҡ «Кредит гарантиялары агентлығы» банк булмаған депозит-кредит ойошмаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Промсвязьбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «АрбатИнвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында банк гарантияларын күрһәтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының эше тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, ике йыл ярым эшләгән ваҡыты эсендә ул «инвестиция сәйәсәтебеҙҙең төп бурыстарын тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡҡа әйләнде. Был осорҙа төбәк һәм муниципаль инвестиция стандарттары әҙерләнде, инвестиция үҫеше стратегияһы һәм башҡа мөһим документтар ҡаралды. Тотош инвестиция инфраструктураһы булдырылды. Үҫеш корпорацияһы, Төбәк фонды, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшләй. Дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ принцибына нигеҙләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Инвестиция фонды ойошторолған», тип билдәләне.
- 2010 йылдан алып инвестициялар күләме 73 процентҡа артты һәм былтыр 226 миллиард һумдан уҙҙы. Үҫеш 100 миллиард һумдан күберәк тәшкил итә. Был, республика бюджеты менән сағыштырырлыҡ, һиҙелерлек һан, — тине Рөстәм Хәмитов. — Инвестиция стратегияһына ярашлы 2020 йылға беҙ 550-560 миллиард һумлыҡ инвестиция күләменә етергә тейеш. Ул ваҡытҡа республикала 700 миллиард һумдан ашыу капитал һалыуҙар күләме менән 100-ләгән эре проекттың ғәмәлгә ашырылыуы шарт.
Кредит гарантиялары агентлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләгәндә, республика башлығы «Агентлыҡ эшмәкәрлеге инвестиция проекттарын бойомға ашырғанда бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына финанс гарантиялар биреүгә йүнәлтелгән. Был өлөштә ҙур эштәр башҡарабыҙ һәм яңы мөмкинлектәр менән һис шикһеҙ файҙаланасаҡбыҙ. Шуныһы мөһим, беҙҙең хеҙмәттәшлек практик йүнәлешкә күсә – хәҙер, ултырышта республиканан заем алған предприятиеға Агентлыҡтың тәүге гарантиялар биреү тураһындағы Килешеүенә ҡул ҡуйыласаҡ», тип билдәләне.
«Башҡортостандың бөтә макроиҡтисад күрһәткестәре, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса ҡаҙаныштары оло ихтирамға лайыҡ. Республика илебеҙҙең иң яҡшы 10 субъекты иҫәбендә тора», тип айырып әйтте үҙенең сығышында Галина Изотова.
- Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки беҙ – дәүләттең үҫеш институты, беҙҙең гарантиялар – дәүләттеке. Иң тәүҙә, улар иҡтисад үҫеше өсөн ысынлап та «үҫеш нөктәһе» булдырылған урында эшләргә тейеш, — тине Галина Изотова. Ул Рөстәм Хәмитовҡа «яҡын ваҡытта уртаҡ көс менән тормошҡа ашыра алырлыҡ, аныҡ проекттарға ныҡлы ярҙам күрһәткәне өсөн» рәхмәт әйтте.
Читайте нас: