Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июль 2014, 17:55

Рөстәм Хәмитов: «Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса пландарыбыҙ ҙур»

4 июлдә Сибайҙа Рөстәм Хәмитов «Урал аръяғы-2014»: «25-20» стратегияһы. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек – уртаҡ уңыштың яңы мөмкинлектәре» төбәк-ара инвестиция форумының пленар ултырышында сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Пленар ултырыш башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре етәкселәре Юрий Берг һәм Алексей Кокорин менән бергә Урал аръяғындағы халыҡ кәсептәре һәм предприятиелар күргәҙмәһен ҡараны Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла райондары стендтары менән танышты. Хакимиәт башлыҡтары муниципаль берәмектәрҙең презентацияһын тәҡдим итте, уларҙың территорияларында тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары һәм артабанғы иҡтисади үҫеш перспективалары тураһында һөйләне.
- Иҡтисади, мәҙәни, социаль глобалләштереү процестары – көс туплай. Һәм беҙ икенселәй фекер йөрөтә башлайбыҙ, үҙебеҙҙә тирә-яҡтағы ысынбарлыҡты аңлау киңлеген үҙгәртәбеҙ. Иҫкергән йәки сикләүҙәр үҫешен тотҡарлап торған, шул иҫәптән территориаль сиктәрҙән сығып, бурыстарҙы комплекслы, системалы күрергә өйрәнәбеҙ. Был ҡараштан төрлө төбәк-ара хеҙмәттәшлек аспекттары шулай уҡ етди өйрәнеүҙе, йәшерен ресурстарҙы һәм мөмкинлектәрҙе анализлауҙы талап итә, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүе буйынса, «бөгөн бер кем дә үҙенең төбәге йәки муниципалитеты өсөн «айырым», үҙенә башҡа үҫеш юлдарын әҙерләүгә, уларҙа айырым, иҡтисади үҙенә етерлек «тәбиғи хужалыҡ» төҙөүгә ставка эшләмәй. Ул отошло түгел, мәғәнәһеҙ һәм һөҙөмтәлә территорияның деградацияһына килтерә. Ябыҡ системаларҙың иҫән ҡалыуына өмөтө юҡ – ул универсаль закон. Тормош үҙе муниципаль-ара ғына түгел, ә төбәк-ара кимәлдә агломерациялар, территориаль кластерҙар булдырыуға йүнәлтелгән, бер нисә территорияны үҫтереүҙә бер-береһен тулыландырып торған пландарға, программаларға күсеү бурысы ҡуя. Ғөмүмән, башҡа төбәктәр үҫеше динамикаһын тәьмин итә алырҙай, быға оҡшаш проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген етди өйрәнергә кәрәк».
- Бөгөн беҙ заманса территориаль үҫеш моделдәрен һайларға тейеш, уларҙың нигеҙендә территориялар үҫешенең берҙәмлеге, яҡын урынлашҡан территорияларҙа таралған, «үҫеш полюстары» үҫешенән синергетик һөҙөмтә бирә алырҙай, килешелгән иҡтисад, социаль һәм инженер инфраструктураһын нығытыу пландары ята. Был моделдәр әүҙем төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Үҙ-ара килешеп эш итеүебеҙҙә көнәркәшлеккә генә түгел, кооперацияға, координацияға, консолидацияға ориентирлашырға тейешбеҙ тип иҫәпләйем. Әлбиттә, төбәктәр араһында көнәркәшлек элементтары, рейтингтар, инвесторҙар, бюджет субсидиялары һәм башҡалар өсөн ярыш булыуын аңлайбыҙ. Әммә был ярышыу аҡыллы һәм ижади булһын. Төбәктәребеҙҙең административ сиктәре беҙҙең тормош өсөн юҡ, ысын тормош шундай. Кешеләр ирекле хәрәкәт итә, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, уртаҡ бизнес төҙөй, предприятиелар араһында бәйләнештәр булдыра, һайлау буйынса үҙҙәренә нығыраҡ оҡшаған юғары уҡыу йорттарында белем ала, ғаилә ҡора. Өҫтәүенә был процестарҙың динамикаһы йыл һайын үҫешә. Әгәр кешелек кимәлендә бындай тормошҡа кәрәкле кооперация була икән, тимәк төбәк һәм муниципаль властар кимәлендә дуҫлашырға, сауҙа итергә, үҙ-ара эш итергә, уртаҡ бизнес төҙөргә кәрәк, — тип билдәләне төбәк башлығы.
— Был өлөштә ҙур эш алып барабыҙ. Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары менән тиерлек сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтерәбеҙ. Әммә дөрөҫөн әйтергә кәрәк – әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең күп кенә иҫ киткес төбәк-ара проекттар ҡағыҙҙа ғына ҡала, сөнки беҙ ысынында иһә һөҙөмтәле үҙ-ара эшмәкәрлек ҡора алмайбыҙ. Төбәктәр араһында килешеүҙәр төҙөп, иң яҡшы осраҡта рәсми кимәлдә сәфәрҙәргә йөрөшәбеҙ йәки эшҡыуарҙар берекмәһенең осрашыуын ойошторабыҙ. Дәүләт кимәлендә һеҙҙең менән беҙҙең эре үҙ-ара отошло проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға тиклем был эште һирәк еткерәбеҙ. Ә бына бизнес бындай уҙаҡташлыҡ мөмкинлектәрен тулыһынса файҙалана. Миҫал рәүешендә Белорет һәм Әбйәлил райондарын килтерәм, уларҙың биләмәләрендә Магнитогорскиҙың һәм Силәбе өлкәһенең башҡа ҡалаларының ял итеү зоналары урынлашҡан, унда бергәләп туристик хеҙмәттәр, дөйөм туҡланыу, ҡунаҡхана бизнесы үҫешә. Шулай уҡ Учалы районы һәм Силәбе өлкәһенең Юғары Урал районы, Башҡортостандың көньяҡ райондары менән Ырымбур өлкәһе предприятиелары кооперациялары тураһында әйтеп китәм. Беҙҙең төньяҡ-көнсығыш райондары ауыл хужалығы кооперациялары өлөшөндә күрше Свердловск өлкәһе менән бәйләнештәрен нығыта. Башҡа уңышлы эш итеү миҫалдары ла бар, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ул форумда нәҡ төбәктәр Хөкүмәттәре, Сауҙа-сәнәғәт палаталары кимәлендә һөҙөмтәле төбәк-ара хеҙмәттәшлек ойоштороу юлдарын тикшереү кәрәклеген билдәләне.
Республика етәксеһенең фекере буйынса, «был эштә ориентир булып «25-20» стратегияһы тора, уға ярашлы илдә 2020 йылға 25 миллион юғары етештереүсәнле эш урыны булдырылырға һәм яңыртылырға тейеш».
- Әлегә был өлөштә эш уңышлы бара. Ни тиһәңдә эшләп килгән производстволар ҡеүәтен киңәйтеп, яңы предприятиелар асып, шул иҫәптән төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә, был аҙымдарҙы үҫтерергә кәрәк, — тип билдәләне ул.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ, «уртаҡ проекттар төбәктәр сиктәрендә күперҙәр һәм юлдар, электр энергетикаһының ҡеүәтен сығарыу, эре элеваторҙар, ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртәү объекттары төҙөлөшөнә ҡағыла ала. Хеҙмәттәштәр менән бергә төбәк-ара эш итеү итеү программаһын әҙерләү өсөн тәү сиратта мәғлүмәт менән – беҙҙең ихтыяждар, пландар, бергәләп хәл итеү өсөн мәсьәләләр тураһында ла уртаҡлашырға кәрәк».
- Беҙҙең уҙаҡташлыҡтың башҡа мөһим йүнәлештәре лә бар. Мәҫәлән, беҙҙең үҙ аллы һалымды көйләү кеүек инструментыбыҙ булмай, ә башҡа илдәрҙә төбәктәрҙең һәм хатта муниципалитеттарҙың бындай мөмкинлеге булған хәлдә – беҙҙә универсаль көйләгес булып тик хаҡ яһалышы ҡала. Берҙәм тарифтар (мәҫәлән, электр энергияһына) тураһында һөйләшә, айырыуса сик буйындағы райондарҙа алыпһатарлыҡ шөғөлөн һәм һөҙөмтәһеҙ сауҙа ағымын булдырмау өсөн, тауарҙарға хаҡтарҙы күҙәтә алабыҙ. Хеҙмәттәшлектә мөһим йүнәлеш – экология, туризм һәм ял. Урал тәбиғәте, һауа һәм һыу беҙҙең – уртаҡ. Әйҙәгеҙ артабан да быларҙы иғтибарлы һаҡлайыҡ, был мәсьәләләрҙә хеҙмәттәшлек итәйек, — тип мөрәжәғәт итте форумда ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов.
Ул шулай уҡ иҡтисад менән бер рәттән мәҙәни, этник бәйләнештәр үҫеше тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы.
- Хәҙер беҙҙең күп кенә төбәктәр менән әүҙем мәҙәни эш итеү яйға һалынған. Профессиональ һәм һәүәҫкәр коллективтар гастролдәр менән бер-береһенә йөрөй, төбәк-ара фестивалдәр һәм конкурстар уҙа. Күрше төбәктәрҙә ҙур башҡорт диаспоралары йәшәй. Иң күбеһе – Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Свердловск өлкәһендә, Татарстанда, Ҡурған өлкәһендә. Федерацияның был субъекттарында йәмәғәт ойошмалары – башҡорт ҡоролтайҙары уңышлы эшләп килә. Был төбәктәр етәкселәренә һабантуй, Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен ойоштороуҙа, дөйөм алғанда тыуған телде һаҡлау өлөшөндә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Үҙ яғыбыҙҙан, республиканан ситтә йәшәгән башҡорт халҡына ярҙам итеү өсөн күп нәмәләр эшләйбеҙ. Йәмәғәт ойошмаларын методик әсбаптар, аудио һәм видео материалдар, тыуған телдәге әҙәбиәт, милли сәхнә костюмдары, үҙешмәкәр коллективтар өсөн музыка ҡоралдары менән тәьмин итәбеҙ. Төбәктәр менән артабан да мәҙәни-ара диалогты киңәйтәсәкбеҙ, милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлекте нығытыу буйынса эш алып барасаҡбыҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
- Муниципаль-ара кооперацияларҙы үҫтереү механизмы ҙур перспективаларға эйә. Был моделде беҙ илдә беренселәрҙән булып Урал аръяғы, республиканың Төнья-Көнсығыш зоналарын социаль-иҡтисади үҫтереү программалары миҫалында эшкәртәбеҙ. Беҙ был ике муниципаль район төркөмдәрен оҡшаш тәбиғи-климат шарттары, сеймал ресурстары, иҡтисади структуралары, мәҙәни сифаттары булған бөтөн төбәктәр булараҡ ҡарайбыҙ. Муниципаль-ара кооперация был территорияларҙың сәнәғәт-техник, кадрҙар, ресурстар потенциалы берләшмәһендә төҙөлә. Һөҙөмтәлә беҙ әкренләп бында берҙәм социаль-иҡтисади һәм инвестиция киңлеген булдырабыҙ, — тине төбәк башлығы.
Инвестиция сәйәсәте тураһында һөйләгәндә, ул республикала хәҙер дөйөм күләме 700 миллиард һум самаһы тәшкил иткән 100-ҙән ашыу эре инвестиция проектының ғәмәлгә ашырылыуын иҫкә алды. Ул 40 меңләп яңы эш урыны. Биләмә буйынса ҡарағанда, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат – сәнәғәт үҙәктәре нефть-газ химияһы тармағында проекттарҙы бойомға ашыра. Бынан тыш, ҡалаларҙа хеҙмәт күрһәтеү тармаҡтары әүҙем үҫешә. Ауыл хужалығы райондары агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса проекттарҙа әүҙем йәлеп ителгән. Муниципаль кимәлдә дөйөм инвестициялар күләме 50 миллиадр һумдан күберәк.
- Һәм, әлбиттә, мин инвестиция вәкилдәренә ҙур ышаныс бағлайым. Был институтты үҫтереү муниципалитеттарға финанс ағымды йәлеп итеүгә генә түгел, ә инвесторҙар сараларының һөҙөмтәлерәк капитал һалыуҙарына квалификациялы баһа биреүгә лә йоғонто яһарға тейеш. Ул һәр муниципалитеттың махсуслашыуы, мөмкинлектәре һәм ресурстары анализына нигеҙләнергә тейеш. Был йүнәлештә эш башланған. Урта сроклы перспективаға территориялар үҫеше стратегияһын һәм принциптарын билдәләүсе, Республиканың территориаль үҫеш концепцияһы проекты әҙерләнгән, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: