Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июль 2014, 10:57
Башҡортостан Хөкүмәтендә капиталь ремонт үткәреүгә аҡса бүлеү тәртибен һәм шарттарын раҫланылар
Башҡортостан Хөкүмәтендә капиталь ремонт үткәреүгә дәүләт ярҙамын күрһәтеү тураһында
ҡарар
ҡабул ителде.
Дәүләт ярҙамы Башҡортостан бюджетынан милекселәрҙең күп фатирлы йортты капиталь ремонтлауға һайланған аҡса йыйыу алымына ҡарамаҫтан бүленсәк.
Торлаҡ хужалары 10 июлгә тиклем күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау өсөн аҡсаны йыйыу ысулы менән билдәләнергә тейеш: йәки «БР Төбәк операторы» иҫәбендә, йәки махсус иҫәп асырға. Түләмдәрҙе граждандар октябрҙән башлап түләй башларға тейеш: алты ҡатҡа тиклемге йорттарға дөйөм майҙандың бер квадрат метры өсөн 5 һум 20 тин һәм алты ҡаттан күберәк булған йорттарҙа дөйөм майҙандың бер квадрат метры өсөн 5 һум 80 тин.
БР Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы шулай итеп дәүләт ярҙамын алыусылар – «Төбәк операторы» фонды, торлаҡ милекселәре ширҡәте, торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары һәм мотлаҡ шарттарҙы үтәгән идара итеү ойошмалары.
Дәүләт ярҙамын күрһәтеү күләме, ваҡыты һәм тәртибе күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһының ҡыҫҡа ваҡыттағы тормошҡа ашырыу пландары менән билдәләнә.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Читайте нас