Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июнь 2014, 15:36

Рәсәй, Белорусь һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре Өфөлә берҙәм баҙарҙа конкуренцияны яҡлау мәсьәләләрен тикшерә

«Берҙәм иҡтисади киңлек территорияһында тигеҙ конкуренция шарттарын тәьмин итеүҙең хоҡуҡи аспекттары» халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл 19 июндә Өфөлә, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үтә. Уны Евразия иҡтисади комиссияһы ойоштора. Түңәрәк өҫтәл ҡатнашыусыларының бурысы – Рәсәй, Белорусь һәм Ҡаҙағстан иҡтисади уҙаҡташлыҡ сиктәрендә файҙалы конкуренция өсөн шарттар булдырыу.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов өс дәүләттең берҙәм иҡтисади киңлеген үҫтереү – ул «принципиаль мәсьәлә һәм күбеһенсә милли иҡтисадтар киләсәген билдәләүсе», тип иҫәпләй. Һәм конкуренция был осраҡта «иң яҡшы сифат, етештереүсәнлек, технологиялар һәм төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныштар өсөн ярыш» кеүек ҡаралырға тейеш.
- Евразия интеграцияһы сиктәрендә, беҙ бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ ғына, көслөрәк һәм байыраҡ булабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, «бындай берҙәмлек, асылы буйынса, беҙҙә генетик яҡтан һалынған», тип билдәләп. — Беҙҙә күп кенә параметрҙар буйынса көнбайыш аналогтарынан өҫтөн булған байтаҡ продукциялар етештерелә һәм беҙҙең маҡсат – ҡулланыусыларҙы үҙебеҙҙекенә, тыуған, Евразияныҡына ориентирлау. Яңы хеҙмәттәшлек юлдарын эҙләргә, илдәребеҙҙең баҙарҙарына сығыуҙа беҙҙең бизнесты әүҙем дәртләндерергә кәрәк, сөнки берҙәм иҡтисади киңлек бының өсөн байтаҡ мөмкинлектәр бирә.
Башҡортостандың Белорусь һәм Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2013 йылда ярты миллиард долларҙан ашыу тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта экспорт 400 миллион долларҙан артты. Беларусь Башҡортостан уҙаҡташтары булған БДБ илдәре араһында сауҙа әйләнеше күләме буйынса беренсе урынды биләй. Ҡаҙағстан менән, Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, «иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙе үҫтерергә кәрәк әле».
Таможня союзын булдырыу Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың һәм Белорусь Республикаһының үҙ-ара сауҙаһын дәртләндерҙе. Евразия иҡтисади комиссияһының конкуренция һәм монополияға ҡаршы көйләү буйынса коллегия (министр) ағзаһы Нурлан Алдабергеновтың әйтеүе буйынса, әгәр 2010 йылда, Таможня союзына ингәнгә тиклем, өс ил араһында тауар әйләнеше 47 миллиард доллар тәшкил итһә, 2013 йылда ул 64 миллиард долларға етте. Был контекста монополияға ҡаршы көйләү мәсьәләләре айырыуса әһәмиәткә эйә.
- Хәҙер эш алып барған төп моменттар – ул монополияға ҡаршы ҡануниәтте камиллаштырыу, сик-ара баҙарҙарҙы өйрәнеү мәсьәләләре, монополияға ҡаршы органдар менән эш итеү һәм башҡа мәсьәләләр, — тип хәбәр итте Нурлан Алдабергенов.
Ул 2013 йылдың 24 октябрендә Конкуренция тураһында моделле закон ҡабул итеүен телгә алды, унда «өс илдең иң яҡшы монополияға ҡаршы нормалары, шулай уҡ донъяның алдынғы конкуренция ведомстволарының иң яҡшы монополияға ҡаршы нормалары» яҙылған.
Дәүләт Думаһы депутаты, РФ Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Виктор Климовтың әйтеүе буйынса, милли ҡануниәттәрҙе халыҡ-ара килешеүҙәр менән ярышлы тап килтереү процесы – ул «бөтә илдәрҙең иҡтисади үҫеше өсөн бик мөһим ғәҙәти процесс».
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: