06:28 (UTC+5), 19 Июня 2014

Баш ҡалала матбуғат баҫмаларына яҙылыу һәм уларҙы таратыу мәсьәләләре тикшерелде

Илья Спиридонов
Шаршамбы, 18 июндә, Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин Өфөлә матбуғат баҫмаларына яҙылыу һәм уларҙы таратыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Унда төбәк киң мәғлүмәт саралары, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, «Рәсәй Почтаһы» Федераль дәүләт унитар предприятиеһының республика филиалы, «Роскомнадзор» етәкселәре, шулай ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмә ҡатнашыусылары көн үҙәгенә сығарған төп мәсьәләләрҙең береһе «Рәсәй Почтаһы»ның матбуғат баҫмаларын илтеп биреүгә тарифтарҙың артыуы булып торҙо. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәй Почтаһы» 2008 йылдан алып матбуғатты доставкалауға йыл һайын 3 миллиард һум күләмендә алып килгән дәүләт субсидияларын бөтөрөү менән бәйле яҙылыуға хаҡтар артты.
- Ҡулланыусылар өсөн һатыу хаҡын бер нисә тапҡырға арттырыуға юл ҡуймауға йүнәлтелгән бөр төркөм саралар әҙерләнде, – тип хәбәр итте Алексей Волин. – Мәҫәлән, Мәскәүҙә беҙ матбуғат индустрияһы һәм «Рәсәй Почтаһы» вәкилдәре араһында осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Һөҙөмтәлә күп тиражлы гәзит һәм журналдар өсөн ташламалар биргән акциялар ойошторолдо. Бынан тыш, үҙҙәренең гәзит һәм журналдарын почта бүлексәләренән килеп алған яҙылыусылар өсөн ташламалар бирергә ҡарар ителде.
Министр урынбаҫары һөйләүенсә, был мәсьәлә РФ Президенты Владимир Путиндың Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре менән осрашыу барышында тикшерелде.
- Президент Матбуғат буйынса федераль агентлыҡҡа киң коммуникациялар өлкәһендә социаль яҡтан мөһим проекттарға булышлыҡ итеүгә бүленгән гранттарҙы һәм субсидияларҙы тик төбәк киң мәғлүмәт сараларына бүлергә ҡушты, — тине Алексей Волин.
Министр урынбаҫары Башҡортостанда башҡа төбәктәр менән сағыштырмаса яҙылыу хәленең бик үк насар булмауын билдәләне.
- «Рәсәй Почтаһы» республика филиалы биргән прогноздарға ярашлы, 1 июлгә яҙылыу күләменең кәмеүе 10 процент самаһы тәшкил итәсәк. Билдәләп үтергә кәрәк, дөйөм алғанда ил буйынса был күрһәткес йыл һайын 5-6 процентҡа кәмей. Әле Башҡортостан халыҡ иҫәбенә матбуғат баҫмалары һаны буйынса лидер булып тора.
Алексей Волин реклама ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү юҫығында киң мәғлүмәт сараларына дәүләт ярҙамын кәметеү мәсьәләһенә айырым туҡталып үтте.
- Беҙҙең министрлыҡтың ҡарашы шундай: бер үк ваҡытта бөтә кимәлдәге киң мәлүмәт сараларын бюджетлауҙы ҡыҫҡартырға һәм реклама баҙары мөмкинлектәрен сикләргә ярамай.
Кәңәшмә ҡатнашыусылары шулай уҡ матбуғатты берәмләп таратыу һәм район матбуғат баҫмаларына ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика