13:09 (UTC+5), 09 Июня 2014

Республика етәксеһе: Газ-мотор яғыулығын файҙаланыу мәҙәниәтен булдырырға кәрәк

Гөлфиә Акулова
Йома, 6 июндә, Түбәнге Новгородта Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә мотор яғыулығы сифатында тәбиғи газды файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләләре буйынса ултырышта ҡатнашты.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендәге ултырышта шулай уҡ Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак, РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, РФ транспорт министры Максим Соколов ҡатнашты.
Унда Волга буйы федераль округы төбәктәрендә газ заправкаһы инфраструктураһын үҫтереү, автомобиль һәм автобус паркын, шулай уҡ ауыл хужалығы, коммуналь һәм түбәнәйтелгән газда эшләүсе башҡа махсус техника паркын киңәйтеү перспективалары тикшерелде.
Ултырыш башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар газ-мотор яғыулығында эшләүсе техникалар күргәҙмәһе менән танышты.
- Башҡортостан 30 миллион тонналап нефть етештерә. Яғыулыҡтың хаҡы Рәсәй буйынса уртасанан бер ҙә түбән түгел. Шуға күрә беҙ газ-мотор яғыулығына ла ҡарайбыҙ. Республика территорияһы аша йылына йөҙ миллиард куб метр газ үтә. Бөгөнгө көнгә беҙҙә йөҙ миллион «куб» етештерә алырлыҡ 11 автомобиль газ тултырыусы компрессор станцияһы бар, әммә беҙ газ тултырыу компрессор станцияларында булған ни бары 24 миллион кубометрҙы ғына файҙаланабыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан етәксеһе, «Газпром газ-мотор яғыулығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, республиканың быйыл тағы ла ике газ тултырыу станцияһына эйә булыуы тураһында һөйләне. Киләһе йылда – тағы ла икәү. Бөтәһе ун биш буласаҡ.
- Әлеге аҙ ғына автомобилдәр, ни бары 3200-ө тәбиғи газға күсерелгән. Алдағы ике-өс йылда автомобилдәрҙең һанын ике тапҡырға арттырырға тейешбеҙ. Беҙгә газ ҡулланыу мәҙәниәтен булдырырға кәрәк. Кешеләр бындай технологияларға ышанып етмәй, ғәҙәттә уны «хәүефле» яғыулыҡ төрө итеп ҡабул итә. Бындай техника һатып алыу өсөн ставкаларҙы кәметеү яғынан автомобилдәрҙе страховкалау менән дә шөғөлләнергә кәрәк. Әлбиттә, аңлатыу эшен алып барырға. Был транспорттың техник, иҡтисади һәм экологик өҫтөнлөктәре тураһында һөйләргә. Ҡеүәтле пиар-кампания кәрәк, — тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.
Артабан төбәк башлығы заманса технологиялар һәм ҡорамалдар ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләрендә туҡтаны.
- Газ баллондары ҡорамалдарын урынлаштырыу, махсус техник хеҙмәтләндереү пункттарында техник торошо һәм автомобилдәр менән шөғөлләнгән структураларҙы ҡаты контролдә тотоу мөһим. Техник тикшереү процедуралары, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы рейдтары һәм башҡалар ҡаты булырға тейеш. Шуны әйтәһе килә, беҙ юлдың башында торабыҙ. Үҙ эшмәкәрлегебеҙҙе башлағанда ниндәйҙер хаталар ебәрәбеҙ, әммә дөйөм алғанда был рельстарға баҫтыҡ тиергә була, һәм эш артабан барасаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика