Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июнь 2014, 17:47
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәк
120 урынлыҡ балалар баҡсаһын Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 2015 йылдың авгусына төҙөйәсәктәр. Генераль төҙөүсене билдәләүгә конкурс документтары дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған.
Контракттың башланғыс (максималь) хаҡы – 65,5 миллион һум, проект республика бюджетынан бюджет йөкләмәләре сиктәрендә финансланасаҡ. 2014 йылда 18 миллион һумды, 2015 йылда 47,5 миллион һумды үҙләштереү планлаштырыла. Лимиттар аукцион йомғаҡтары буйынса билдәле буласаҡ.
Генераль һалыусыны 10 июлдә билдәләйәсәктәр.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
дәүләт һатып алыуҙары
төҙөлөш
балалар баҡсаһы
Читайте нас