Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Май 2014, 13:59

Өфөлә «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумы бара

Өфөлә «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумы асылды. Унда власть органдары етәкселәре, эре сит ил һәм Рәсәй тармаҡ компаниялары, ғилми даирә вәкилдәре ҡатнаша.
Форум «РФ нефть-газ тармағы продукцияларын эске баҙарҙа үҫтереү перспективалары» тигән пленар ултырыштан башланды.
Форумды асып, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «беҙҙең һәр осрашыу яңы сифатҡа әүерелә бара» — өс йыл эсендә форумға эре сит ил һәм тыуған ил нефть химияһы компанияларының иғтибарын йәлеп иттек, фекер алыша торған мәсьәләләр өлкәһе киңәйҙе — улар буйынса «уртаҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыла», тип билдәләне.
Республика башлығы сығышының төп идеяһы булып импортты алмаштырыу торҙо. Уның әйтеүе буйынса, Рәсәйҙең Евросоюз илдәре һәм АҠШ менән үҙгәргән сәйәси мөнәсәбәттәр шарттарында «перспективалы ватан тармағын үҫтерергә мөмкинлек биргән технологияларҙы поставкалау ҡурҡыныс аҫтында ҡалыуы бар».
- Илебеҙҙең технологик именлеген тәьмин итеү мәсьәләһе барлыҡҡа килде. Беҙгә адекват эшләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов, һүҙҙең газ химия тураһында ғына түгел, ә танктар эшләү, радиоэлектроника һәм башҡа тармаҡтар тураһында барыуын аңлатып. — Теләһе ҡайһы көрсөк күренештәренә үҫеш юлы кеүек ҡарарға һәм яңы кимәлгә сығыу өсөн алымдар һәм ресурстар эҙләргә тейешбеҙ. Илебеҙ иҡтисадында сифатлы эске үҙгәртеүҙәр, һуңғы продукцияны үҙебеҙгә етештереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр тыуҙы.
Нефть химияһы продукттарының заманса донъя баҙары махсуслашлашҡан һәм монополиялаштырылған, ә хаҡтар буйынса беҙҙең продукция сит ил аналогтарынан ҡалыша, тип билдәләне Башҡортостан Президенты. Рәсәй нефть химияһы производствоһында төп проблемалар иҫәбендә юғары энергия талап итеү, төп фондарҙың туҙыуы, түбән хеҙмәт етештереүсәнлеге мәсьәләләре һанап кителде.
- Ватан етештереүселәренә маҡсатлы ярҙам кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Властың бурысы – баҙарҙы үҙ, ватан етештереүселәренә ҡайтарыу. Был нәҡ дәүләт планлаштырыу һәм идара итеү алымдарын файҙаланыу осрағы.
Республика Президентының әйтеүе буйынса, ватан компаниялары импортты алмаштырыу өсөн кәрәкле потенциалға эйә. Мәҫәлән, Башҡортостандың катализаторҙар етештереүсе – Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат предприятиелары бөтә ватан нефть химияһы сәнәғәтен катализаторҙар менән тәьмин итә ала. «Уларҙың продукцияһы бер төркөм параметрҙар буйынса донъя аналогтарынан ҡалышмай ғына түгел, хатта уларҙан өҫтөнлөрәк тә», — тине Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта автомобиль бензиндарының 70 проценттан күберәге, дизель яғыулығының 40 проценты, нефть химияһы продукцияһының 60 проценты импорт катализаторҙарында етештерелә һәм «ул — именлек ҡурҡынысы». Йылына туғыҙ мең тоннаға тиклем продукция сығара алырлыҡ Ишембай катализаторҙар заводы ысынында иһә 300-500 тонна катализаторҙар сығара.
- Илдә дәүләт катализатор холдингы булдырыу һәм ватан катализаторҙарын әҙерләү, етештереү һәм ҡулланыу буйынса берҙәм сәйәсәт алып барыу мәсьәләһен хәл итеү ваҡыты килеп етте, — тине Рөстәм Хәмитов.
БР Президентының әйтеүе буйынса, ватан нефть һәм газ химияһының конкурентлыҡҡа һәләтен кәметеү «теләһе ҡайһы тышҡы санкцияларҙан да ҡурҡынысыраҡ». Ул башҡа төбәктәр етәкселәрен һәм нефть һәм газ химияһы компанияларын хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. «Күп кенә төбәктәрҙә бындай эш алып барыла, әммә бында вертикаль һәм горизанталь интеграцияның булыуы шарт», — тине Рөстәм Хәмитов.
«Ҙур химия» форумы Өфөнөң Конгресс-холында ике көн дауамында эшләйәсәк.
29 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Көндөң икенсе яртыһында Волга буйы федераль округының төбәк башлыҡтары һәм нефть һәм газ химияһы компанияларының кәңәшмәһе уҙасаҡ.
Форумдың тәүге көн программаһында шулай уҡ «Яңы биотехнология — яңы химия» тигән түңәрәк өҫтәл һәм тармаҡ өсөн көнүҙәк темалар буйынса секция ултырыштары планлаштырылған. Башҡортостандың аҙ тоннажлы нефть химияһы кластерының яңы ҡатнашыусылары менән уртаҡ эшмәкәрлек тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйыу көтөлә.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: