Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
16 Мая 2014, 11:07
Сәнәғәт производствоһы апрелдә 2013 йылдың апреленә ҡарата 2,5 процентҡа артҡан
Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы апрелдә 2013 йылдың апреленә ҡарата 2,5 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостанстат материалдарына таянып республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта ғинуар-апрель йомғаҡтары буйынса түбәнәйеүе билдәләнә - 2013 йылдың апреленә 0,8 процентҡа.
Ағымдағы йылда сәнәғәт производствоһында иң ҙур үҫеш машиналар һәм ҡорамалдар (2013 йылдың ғинуар-апреленә 130,8 процент), электр ҡорамалдар, электрон һәм оптик ҡорамалдар етештереүҙә (117,4), химия производствоһында (110,3) билдәләнә. Металл булмаған минераль продукттар, транспорт саралары һәм ҡорамалдар производствоһы шулай артҡан. Ағасты эшкәртеү һәм ағастан изделиелар эшләү күләме күтәрелгән.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
статистика
сәнәғәт
башҡортостанстат
Читайте нас