Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
11:51 (UTC+5), 07 Мая 2014

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тарифтарҙың артыуын 2014 йылда алты процент менән сикләнеләр

Эльвира Латипова
Башҡортостанда 2014 йылда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең үҫеше алты проценттан артмаҫҡа тейеш. Рәсәй Федерацияһының айырым субъекттарына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә үҙгәреш индекстары РФ Хөкүмәтенең 30 апрелендәге Бойороғо менән раҫланған. Документ шишәмбе көнө Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.
Төбәк буйынса уртаса индексҡа өҫтәп унан айырым муниципаль берәмектәр буйынса рөхсәт ителә торған тайпылыштар раҫланған, шулай уҡ алты процент кимәлендә. «Башинформ» агентлығына БР Тарифтар буйынса дәүләт комитетының торлаҡ-коммуналь һәм социаль хеҙмәттәрҙе көйләү бүлегенән аңлатыуҙарынса, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙар 12 процентҡа тиклем дә артыуы ихтимал, әммә шул уҡ ваҡытта тотош Башҡортостан буйынса тарифтар үҫешенең уртаса кимәле раҫланған алты проценттан арта алмай. Республиканың айырым райондарына тарифтар үҫешенең сиген яҡын көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте билдәләргә тейеш.
Илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр иң күберәге Яҡут Республикаһында һәм Камчатка крайында 6,7 процентҡа артыуы ихтимал. Иң аҙ индекс Төньяҡ Осетия – Алания өсөн билдәләнгән: 3,2 процент.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика