05:48 (UTC+5), 25 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов Altintas Төркиә компанияһының Директорҙар советы рәйесе Мехмет Кан менән осрашты

"Башинформ"
24 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Altintas Group Төркиә компаниялары төркөмөнөң Директорҙар советы рәйесе Мехмет Кан менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Altintas Group («Алтынташ Групп») мәрмәр сығарыу, уны эшкәртеү һәм ташыу, хатта судно төҙөү менән шөғөлләнә.
Башҡортостан мәрмәр етештереү, сығарыу, эшкәртеү өлөшөндә ошондай ҙур компетенциялары булған компания менән үҙ-ара килешеп эш итеү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Бынан тыш, республика өсөн судно төҙөү менән бәйле йүнәлеш тә ҡыҙыҡлы.
- Беҙҙең ҡала йылға буйында урынлашҡан. Элек судоходство ҙур ғына ине, хәҙер кәмене, сөнки йылғалар һайыҡты. Әммә шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең йылғалар буйлап Каспий, Ҡара диңгеҙҙәргә сығып була һәм, әлбиттә, республикала етештерелгән продукцияны йылға транспорты ярҙамында ташыу беҙгә ҡыҙыҡлы булыр ине, — тип билдәләне республика башлығы.
Мехмет Кан һөйләүенсә, уның фирмаһы бына инде йөҙ йылдан ашыу Төркиә территорияһында тәбиғи ташты сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә.
- Беҙ, бер нисә быуын дауамында был производство менән шөғөлләнгән, өс ғаилә компанияларының береһе булып торабыҙ. 1990 йылдан алып беҙҙең компания эшмәкәрлегенең икенсе йүнәлеше диңгеҙ аша йөк ташыу һәм артабан суднолар төҙөү булып тора. Хәҙер компанияның балансында 13 диңгеҙ судноһы бар. Шулай уҡ Самсун һәм Ялова ҡалаларында беҙҙең ике судоверфь бар, уларҙа Германиянан һәм Голландиянан заказ биреүселәр өсөн 38 диңгеҙ транспорт судноһы етештерелгән. Беҙгә төҙөлөш һәм ағас эшкәртеү кеүек йүнәлештәр ҡыҙыҡлы. Бөгөнгө көнгә компанияның, Ростов аша Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәргә сыға алырҙыҡ һәм нәҡ бындағы шарттарға тап килгән, суднолар төҙөлөшө менән йылға порты проектын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өсөн, бөтә техник мөмкинлектәре һәм кәрәкле потенциалы бар. Беҙҙең компанияның мөмкинлектәре төҙөлөштә генә түгел – беҙ үҙебеҙгә тикшеренеү, проект мәсьәләләрен дә алырға ризабыҙ. Шул иҫәптән, әгәр шундай кәрәклек тыуһа, үҙебеҙҙең белгестәрҙе һеҙҙең белгестәргә ниндәйҙер эштәрҙе биреү өсөн йүнәлтә алабыҙ. Шулай уҡ тәбиғи ташты сығарыу һәм эшкәртеү буйынса завод төҙөү ниәте бар, — тине Төркиә компанияһы башлығы.
Осрашыу аҙағында, журналистар менән әңгәмәләшеү барышында Мехмет Кан, осрашыу барышында туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса мәсьәләләр тикшерелде, бер яҡлы ғына түгел, ә үҙ-ара отошло тәртиптә уртаҡ эш итеү урындары билдәләнде – икенселәй әйткәндә, Башҡортостанға төрөк граждандарын йәлеп итеү, тип һөйләне. Фекер алышҡан темаларҙың береһе ағас эшкәртеү буйынса завод төҙөү һәм әҙер продукцияны ситкә сығарып һатыу мөмкинлектәре булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика