Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
09:17 (UTC+5), 13 Марта 2014

Республикала эшләргә теләүсе пенсионерҙарға профессиональ белем бирәсәктәр

Галина Бахшиева
Күҙаллау мәғлүмәттәре буйынса, алдағы йылдарҙа эшкә яраҡлы йәштәге халыҡ иҫәбе Башҡортостанда йыл һайын кәмейәсәк. 2016 йылға ул 70 меңдән ашыуға кәмейәсәк һәм 1,8 миллион тирәһе кеше тәшкил итәсәк.
Былар барыһы ла, шулай уҡ хеҙмәт баҙарына йәштәр ағымының кәмеүе республика иҡтисадының үҫеш темптарында тотҡарланыу сәбәптәренең береһе булыуы ихтимал, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
- Эске резервтар менән әүҙем эшләргә кәрәк: эшһеҙ йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, пенсионерҙар һәм инвалидтар менән. 2010 йыл менән сағыштырмаса эшһеҙ йәш кешеләр иҫәбе бер ярымға тапҡырға кәмеүгә ҡарамаҫтан, дөйөм эшһеҙҙәр иҫәбе араһында йәштәр элеккесә өстән бер өлөшөн тәшкил итә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Шуның менән бергә 60 проценттан ашыу эшһеҙҙәр әле ваҡытта – ҡатын-ҡыҙҙар. Бөтәһенә ҡушып, төбәктә бөгөн пенсионерҙарҙың өстән бер өлөшө генә эшләй.
- 2005 йылдан алып эшләүсе пенсионерҙарҙың иҫәбе 1,8 тапҡырға артһа ла, улар тағы ла күберәк була ала ине. Ҙур һөнәри, тормош тәжрибәһе булған кешеләр элеккесә файҙа килтерергә, йәшәүгә аҡса эшләргә, йәмғиәттең әүҙем өлөшө булып ҡалырға теләй. Был маҡтаулы ынтылыш. Уға булышлыҡ итергә кәрәк. Эшләй алғандар, хеҙмәт итергә тейеш, – тигән фекерҙә республика башлығы.
Үҙ сиратында, коллегия ултырышында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, күҙалланған эшкә яраҡлы йәштәге халыҡ иҫәбенең кәмеүе резервтарҙы файҙаланып хеҙмәт ресурстарын тултырыу бурысын ҡуя.
- Быйыл пенсия йәшендәге граждандарға уларҙың хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн профессиональ белем биреү ойошторолған. Быға 1,5 миллион һум самаһы ҡаралған. Шулай уҡ күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә улар өсөн өҫтәмә шарттар булдырыу юлы менән эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү яңынан эшләй башлаясаҡ, – тип хәбәр итте Ленара Иванова.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика