04:40 (UTC+5), 04 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов БР Радиоэлектрон кластерының коллектив ҡулланыу үҙәге мөмкинлектәре менән танышты

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Радиоэлектрон кластерының коллектив ҡулланыу үҙәге лабораторияһында булды.
Үҙәк составында – дүрт лаборатория: селтәрле, автоматлаштырылған проектлау, һаҡлағыс япма һәм робототехника. Коллектив ҡулланыу үҙәген булдырыуға 100 миллион һум йүнәлтелгән: 80 миллионы федераль бюджеттан, 20 миллионы республика бюджетынан бүленгән.
- Үҙәктә программа-телекоммуникация аппаратураһын проектлау, көйләү һәм тест үткәреү өсөн ҡорамалдар йыйылған, — тип аңлатты Коллектив ҡулланыу үҙәге консультанты Альберт Маннапов. — Бөтә лабораториялар ҙа үҙ-ара бәйләнгән. Лаборатория менән ҡулланыуға рөхсәт алыу өсөн предприятиелар һайлау үтергә тейеш – уларҙың эше һөҙөмтәһендә һуңғы продукт килеп сығырға тейеш. Эшмәкәрлек эшмәкәрлек өсөн мөмкин түгел.
Үҙәктең бүлмәләре һәм ҡорамалдары менән республиканың радиоэлектрон кластер предприятиелары ҡуллана ала. Лаборатория бер ай элек асылды, әлеге ваҡытта бында өс предприятие: «Полигон», ERTech, «Технософт» тикшеренеүҙәр алып бара. Рөстәм Хәмитов лабораторияларҙы ҡараны, эштәр һәм ҡорамалдарҙың техник мөмкинлектәре менән танышты.
Атап әйткәндә, республика башлығына атлай торған гексапод (Hexаpod Zobot) роботын күрһәттеләр, уның хәрәкәте компьютер менән идара ителә. Әлеге ваҡытта уйлап сығарыусылар программа тәьминәтен камиллаштырыу менән шөғөлләнә. Бынана тыш, робототехника лабораторияһында контактһыҙ сенсор менән виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеге өсөн программа әҙерләнә. Комплексты медицинала, когнитив психологияла, шулай уҡ төрлө физик процестарҙы өйрәнеү өсөн симулятор сифатында файҙаланып була.
- Был ҡорамалдың заманса аналогтары ҡеүәтле компьютерҙар менән мобиль булмаған бүлмәнән тора, — тип һөйләне ERTech компанияһының виртуаль ысынбарлыҡ объекттарына сумыу һәм уның менән үҙ-ара йоғонто яһау проекты координаторы Виктор Эриванцев. — Уның хаҡы 28 миллион һум самаһы. Беҙҙең өйрәнеүҙең хаҡы – 300 мең һум тирәһе, прототибын 2014 йылдың декабрендә сығарыу күҙаллана.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика