Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Февраль 2014, 18:19

Республика юлдары буйынса ауыр йөк машиналарына хәрәкәт итеүҙе 1 апрелдән сикләйҙәр

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Башҡортостан ҡарамағындағы төбәк һәм муниципаль-ара юлдары буйынса яҙғы осорҙа хәрәкәтте ваҡытлыса сикләүҙе 1 апрелдән алып 30-на тиклем индерәсәктәр. Республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Ваҡытлыса сикләү осоронда транспорт саралары күсәренә мөмкин тиклем төшкән йөк ауырлығы билдәләнәсәк. Магистралдәрҙә үлсәү контроле пункттары ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ ваҡытлыса сикләү осоро 1 июндән алып 31 августҡа тиклем һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта ғәмәлдә буласаҡ: ауыр йөр машиналарына 22 сәғәттән 10 сәғәткә тиклем хәрәкәт итергә рөхсәт ителәсәк.
Автор: Розалия Вәлиева
Читайте нас