Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Февраль 2014, 18:21

Туймазыла шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың конкурсы үтәсәк

Туймазыла «Райондың иң яҡшы шәхси ярҙамсы хужалығы» конкурсы иғлан ителгән. Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был конкурс йыл һайын уҙғарыла. Уның маҡсаты – ауыл халҡының эш әүҙемлеген арттырыу, бәләкәй форма хужалыҡтары алып барыуҙың алдынғы тәжрибәләрен дөйөмләштереү һәм уларҙың артабанғы үҫеше.
Бөгөнгө көнгә Туймазы районында 22 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә, улар төбәктең иҡтисади үҫешендә әүҙем ҡатнаша. Райондың тулайым ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләмендә шәхси сектор өлөшө 52 процент тәшкил итә.
Халыҡ районда иген культураларын, шәкәр сөгөлдөрөн, көнбағыш, асыҡ һәм ябыҡ ерҙә йәшелсәләр үҫтереү, шулай уҡ һөтсөлөк һәм ит малын, ҡош-ҡорт аҫрау менән шөғөлләнә.
Автор: Әлим Фәйезов
Читайте нас