Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 2013 йылда сәнәғәт произодствоһы индексы Башҡортостанда 102,3 процент тәшкил итте, тотош Рәсәй Федерацияһы буйынса – 100,3 процент. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында, Түбәнге Новгород, Пенза өлкәләрен һәм Пермь крайын алға үткәреп, дүртенсе урынды биләне.
Бындай мәғлүмәттәрҙе Республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уҡып ишеттерҙе.
- Әммә 2012 йылда һандар ярайһы уҡ юғары ине – 105,5 процент тирәһе. Производство түбәнәйеүгә күрә, йөктәр ташыу күләменең ихтыяжы 5,5 процентҡа тиерлек кәмене, — тип билдәләне республика башлығы. — 2013 йылдың ғинуар-ноябре йомғаҡтары буйынса Рәсәйгә ҡарағанда беҙҙең дөйөм эшһеҙлек киләме юғары – 5,8 процент. Рәсәй Федерацияһында был күрһәткес 5,5 процентҡа тиң.
Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында билдәләнгәнсә, республикала ыңғай һөҙөмтәләр барыбер күберәк. Ҡатмарлы һауа шарттарында 2013 йылда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, 2012 йылдың күрһәткестәрен 17 процентҡа тиерлек уҙып, 125 миллиард һумлыҡ продукция етештергән.
Үткән йылдың тағы ла бер ыңғай йомғағы – республика Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөү буйынса беренсе урынды биләне. 2013 йылда төбәктә 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, ул 2012 йылға ҡарағанда ете процентҡа күберәк.
- Был беҙҙең өсөн бик мөһим ҡаҙаныш, әммә тағы ла бер билдәләп үткем килә: был тулайым күрһәткестәр артында аныҡ кешеләр тураһында оноторға ярамай. Квадрат метрҙар – ул, әлбиттә, яҡшы. Әммә беҙгә, күпме йәш ғаиләләр үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшырта алыуҙы, авария хәлендәге һәм туҙған йорттарҙы һүтеү буйынса нисек эшләүебеҙ, яңыртыуҙы талап иткән өйҙәрҙә йәшәүсе кешеләрҙең йәшәү сифатын нисек яҡшыртыуыбыҙ тураһында белеү мөһим, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
2013 йылдың башҡа ҡаҙаныштары иҫәбендә Башҡортостан Президенты ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең артыуын билдәләне. Был өлкәлә артым бер йылда һигеҙ процент тәшкил итте.
- Яҡшы күрһәткес. Минең уйлауымса, Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһе. Мөһим, был үҫештең яртыһынан күберәге бәләкәй бизнесҡа тура килә. Беҙ беренсе тапҡыр ғына, бәләкәй һәм урта бизнес ҡына хәҙер ошондай тиҙ үҫеш динамикаһын бирә алыуы тураһында, һөйләмәйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәктә шулай уҡ тотороҡло хеҙмәттәр баҙары үҫешә. Йылдан йыл Башҡортостанда инфляция кимәленең кәмеүе шулай уҡ әһәмиәтле.
- Былтыр, 2012 йылда 1991 йылдан алып иң түбән хаҡтар үҫеше, тип ҡыуандыҡ. Ул шул саҡта 6,2 процент тәшкил иткәйне. 2013 йыл тағы ла яҡшыраҡ – инфляция 6 процент кимәлендә нығынды. Әлбиттә, был ҡәнәғәтләнерлек күрһәткестәр, — тип ышаныс белдерҙе Башҡортостан Президенты.
Республика башлығы фекерләүенсә, 2014 йылда тотороҡло иҡтисади үҫештә тупланырға кәрәк, ул күп һанлы социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
- Үҫеш нөктәһенә, территорияларҙың системалы үҫешенә, урындарҙа производство потенциялы итеграцияһына ставка ҡуйырға кәрәк. Инвесторҙар менән эште көсәйтеүҙе, дәүләт–шәхси партнерлыҡты үҫтерергә, юғары етештереүсәнле эш урындары булдырыуҙы дауам итергә кәрәк. Дәүләт һәм муниципаль финанстарын аҡыллы һәм ҡулайлы тотонорға, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.