Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ғинуар 2014, 18:27

Вакансиялар йәрминкәһендә Өфөлә эш эҙләүселәргә 600 самаһы буш эш урыны тәҡдим ителәсәк

Өфө мәшғүллек хеҙмәте 23 ғинуарҙа быйыл икенсе вакансиялар йәрминкәһе үткәрә. Алдан теләк белдергән төҙөлөш ойошмаларынан тыш, йәрминкәлә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, һаҡ предприятиелары, шулай уҡ тегеү производствоһында, торлаҡ-коммунал хужалыҡта һәм электр транспортта мәшғүл булғандар ҡатнашасаҡ.
Дөйөм алғанда үтәсәк йәрминкәлә 25 предприятие һәм ойошма ҡатнашасаҡ, улар эш эҙләүселәргә 600 тирәһе буш эш урыны тәҡдим итәсәк, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова.
Йәрминкә сиктәрендә шулай уҡ «Гектор Электрик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле менән скайп-әңгәмәләшеү ойоштороласаҡ. Предприятиеға токарҙар, оператор-көйләүселәр, шымартыусылар, МСР слесарҙары, күпер кран машинистары һәм башҡа белгестәр етмәй. Уларға бөтәһе 70 самаһы вакантлы урын тәҡдим ителәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Йәрминкә үткәреү урыны һәм ваҡыты – Өфө Ибраһимов бульвары, 47/1,10 сәғәттән 12 сәғәткә тиклем.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас