Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ғинуар 2014, 16:15
Төбәк хужалыҡтары йыл башынан алып 16 мең тоннанан ашыу һөт һатты
2014 йыл башынан алып Башҡортостан хужалыҡтары 16,3 мең тоннанан ашыу һөт һатты. Республика буйынса тулайым һауым был ваҡыт эсендә 39,6 мең тоннанан ашты, уларҙың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнә 17,5 мең тонна самаһы тура килә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бөгөнгө көнгә республикала 2014 йылдың беренсе көнөнән алып мең тоннанан ашыу һөт һауып алыусы һәм һатыусы ике район иҫәпләнә – ул Стәрлетамаҡ (1145 һәм 1072 тонна) һәм Саҡмағош (1283 һәм 1171 тонна) райондары.
Ғинуар башынан алып халыҡтан мең тоннанан ашыу һөт һатып алынған. Шул уҡ ваҡытта, һөттөң иң күберәген Ишембай, Учалы һәм Шаран райондары халҡы – 80 тоннанан алып 97 тоннаға тиклем тапшырҙы.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
ауыл хужалығы
төҙөү
Читайте нас