Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ғинуар 2014, 17:54

Уҙған йылда Өфөләге вакансиялар йәрминкәһендә 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

2013 йылда Өфө мәшғүллек хеҙмәте 66 вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙе, унда 1,8 меңдән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты.
Был ваҡыт эсендә улар эш эҙләүселәргә 42,8 меңдән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте.
- Дөйөм йыл эсендә вакансиялар йәрминкәләренә 23 меңдән ашыу кеше килде. Эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәһендә 6,5 мең тирәһе кеше эшкә саҡырыу алды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас