12:31 (UTC+5), 03 Декабря 2013

ВТБ етәкселеге «Газпром нефтехим Салауат» менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе тикшерә

"Башинформ"
2 декабрҙә ВТБ етәкселеге «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство территорияһында булды. Сәфәрҙең маҡсаты - хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшереү, шул иҫәптән акрил кислотаһы етештереү буйынса яңы комплекс төҙөлөшөн финанслау өлкәһендә лә.
«Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – ВТБ-ның стратегик клиенты, компаниялар байтаҡ проекттар буйынса партнерлыҡты әүҙем үҫтерергә планлаштыра. Хәҙер предприятиеның кредит портфелендә банктың өлөшө 50 проценттан ашыу тәшкил итә (ВТБ банкында «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кредит портфеле — 30 миллиард һум самаһы). Гарантиялы операциялар буйынса әүҙем хеҙмәттәшлек алып барыла. Йыл башынан алып бирелгән гарантиялар күләме 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Банк шулай уҡ компания менән иҫәп-хисап-касса, конверсия һәм депозит операциялары өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә.
Сәфәр барышында «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте территорияһында акрил кислотаһы етештереү буйынса яңы комплекс нигеҙенә символик «алтын» свай ҡуйыу тантанаһы үтте. Тантанала идара ағзаһы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг, газ һәм шыйыҡ углеводородтар эшкәртеү департаменты начальнигы Кирилл Селезнев, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының генераль директоры Дамир Шәүәлиев, ВТБ банкы президентының беренсе урынбаҫары – банк идараһы рәйесе Юрий Соловьев һәм башҡалар ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика