Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә экологик экспертизалар үткәреүгә махсуслашҡан һәм халыҡ-ара статусҡа һәм тәжрибәгә эйә булған компаниялар исемлеген тапшырырға ҡушылды. Йәмәғәтселек «Кроношпан» компанияһының Өфө районында төҙөләсәк предприятиеһына бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреү өсөн уларҙың береһен һайлап алырға тейеш.
- Был экспертизаны үткәреү сығымдарын республика бюджеты ҡаплаясаҡ, — тип аңлатты журналистарға Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы, Башҡортостанда «Кроношпан» компанияһының инвестиция проектын бойомға ашырыу буйынса ҡарарҙар ҡабул итеүҙә закондар үтәлешен күҙәтеүҙе контролдә тотоу буйынса эшсе төркөм рәйесе Александр Дрожжин. — Яҡынса киләһе аҙнала был эксперт компанияларының исемлеге йәмәғәтселеккә күрһәтеләсәк, улар үҙҙәре башҡарыусыны һайлаясаҡ.
Өфө районында «Кроношпан» предприятиеһы булыу-булмауы – ике экспертиза (дәүләт техник һәм бойондороҡһоҙ экологик) һөҙөмтәһенә бәйле, тип дауам итте Александр Дрожжин. Һөҙөмтәләрҙе ҡулға алғас ҡына инвестиция проектының тормошҡа ашырылыуы йәки ашырылмауы тураһында һөйләшергә мөмкин буласаҡ.
Бойондороҡһоҙ экологик экспертиза үткәреү ваҡыты – бер айҙан өс айға тиклем. Бындай экспертизаны тиҙ арала үткәреү менән барыһы ла ҡыҙыҡһына: инвесторҙар ҙа, инициатива төркөмө ағзалары ла, тип билдәләне эшсе төркөм рәйесе.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡушыуы буйынса ойошторолған эшсе төркөм ағзалары Өфөлә «Кроношпан» ағас эшкәртеү заводын төҙөүгә урын һайлауға һәм ошо проектты тормошҡа ашырыуҙың иҡтисади нигеҙлелегенә бәйле документтарҙы өйрәнә.
Эшсе төркөм быйыл 15 ноябрҙә ойошторолдо. Уның составына РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты хеҙмәткәрҙәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары вәкилдәре, БР дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе инде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө районында «Кроношпан» производствоһы төҙөлә башлаған урында проект-смета документтарын эшләп бөтөргәнгә, дәүләт һәм экологик экспертизалар үткәргәнгә тиклем бөтә эштәр туҡтатылып торҙо.
21 һәм 22 ноябрҙә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты хеҙмәткәрҙәре Өфөлә республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, «Кроношпан» заводы етәкселәре, шулай уҡ граждандарҙың инициатива төркөмө менән осрашты.
- Беҙ Рәсәйҙә инвестор вәкиле - «Кроношпан» генераль директоры Ардашер Курбаншо менән инициатива төркөмө ағзалары араһында бер ниндәй ҙә антагонистик килешмәүсәнлек күрмәнек, — тип билдәләне Александр Дрожжин. — Эйе, фекер алышыу өсөн мәсьәләләр бар. Иң мөһиме, килешеүгә өлгәшелгән: ике яҡ та законға ярашлы эш итә. Берәүҙәр төҙөлөш эштәре алыр бармай, икенселәре был теманы үҙ файҙаһына борорға маташмай. Беҙҙең бурыс – килеп тыуған хәлдең айышына төшөнөү.
- Инвесторҙың һәм властың позицияһы баштан уҡ йомшаҡ булды, сөнки «Кроношпан» заводын Өфө районында проектһыҙ, рөхсәтһеҙ төҙөй башланылар. Яҡын араларҙа проекттың дәүләт экспертизаһы, бойондороҡһоҙ экологик экспертиза әҙер буласаҡ, шул саҡта беҙ яңынан өҫтәл артына йыйылып «әгәр законға ярашлы булһа, уға буйһонайыҡ», тип әйтәсәкбеҙ. Шуға күрә беҙгә документтар мөһим. Имеш-мимеш хәбәрҙәргә түгел, ә аныҡ документтарға нигеҙләнергә кәрәк, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов.
Шул уҡ ваҡытта РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы журналистарға һөйләүе буйынса, эшсе төркөм ағзалары «Кроношпан» төҙөлөшө майҙансығында булды һәм активистар менән генә түгел, ә «туранан-тура төҙөлөш объектында эшләгән кешеләр менән» аралашты.
- Айырып шуны әйтәм, туранан-тура төҙөлөш объектында эшләүселәрҙең әлеге ваҡытта экологияға ниндәйҙер зыян янауына ҡағылышлы һорауҙары булманы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Дрожжин. — Беҙ шулай уҡ тик эсперт-экологтар ғына дөрөҫ баһа бирә алыуы тураһында һөйләшеп килештек. Ҡалғандары иһә физик шәхестәр фекере. Кешеләр ысынлап та «Кроношпан» заводы төҙөлөшө арҡаһында кире экологик шарттар килеп сығыу ихтималлығы айҡанлы борсола, әммә бөгөнгө көнгә был документ менән дәлилләнмәгән имеш-мимештәр генә.