04:45 (UTC+5), 21 Ноябрь 2013

Рөстәм Хәмитов «Eberspächer» компанияһы вәкилдәре менән осрашты

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Eberspächer» Германия компанияһы етәксеһе Томас Валдир менән осрашты. Компания автокомпоненттар етештереү буйынса донъя баҙарында алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙә автомобиль бензиндары һәм авиация двигателдәре етештереү буйынса Башҡортостан лидер булып һанала, тип белдерҙе.
- Республика территорияһында бер нисә автомобиль сәнәғәте предприятиеһы төҙөлгән. Был предприятиелар автобустар, махсус автомобилдәр – бетон иҙгестәр сығара. Шулай уҡ предприятие беҙ «крепеж» тип йөрөткән әйберҙәр сығара, ул автомобиль компоненттары, — тип аңлатты Башҡортостан Президенты. — Беҙ һуңғы ваҡытта йыш ҡына «АвтоВАЗагрегат» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советы рәйесе Алексей Козлов менән осрашабыҙ, Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан предприятиены артабан нисек үҫтереү тураһында фекер алышабыҙ. Ул ошо предприятиены модернизациялауға тотондо. Һеҙҙе донъяла автокомпоненттар етештереү буйынса алдынғы компанияларҙың береһе булыуығыҙҙы белеп, Козлов әфәнденән һеҙҙең менән осраштырыуын һораным.
Башҡортостан республикала яңы предприятиелар барлыҡҡа килеүе менән ҡыҙыҡһына, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов Eberspächer компаниялар төркөмө вәкиле менән осрашҡанда.
- Рәсәй Федерацияһында автомобиль етештереү үҫешә. Беҙ был өлкәлә өҫтөнлөклө республика булараҡ, һеҙҙең менән киләсәктә эшләргә теләр инек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙ Башҡортостан Республикаһында заманса инвестициялы ҡануниәт булдырҙыҡ, беҙгә инвестиция проекттары тәҡдим итеүселәргә ҙур ташламалар яһайбыҙ. Бындай төр предприятие төҙөгәндә республика административ ҡаршылыҡтарға юл ҡуймауҙы гарантиялай. Республикабыҙҙа машина эшләү өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалына һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Австрия, Франция, Германиянан эре инвесторҙар республикала предприятие төҙөргә ҡарар итте. Һеҙҙең менән дә ошо өлкәлә уртаҡ эш ойоштороуыбыҙға ышанам.
Башҡортостан Президенты менән осрашыуҙа Алексей Козлов һөйләүенсә, «Рәсәй Федерацияһында иң ҙур тауыш кәметкестәр (глушитель) етештереүсе булып торған «АвтоВАЗагрегат» базаһында берлектәге компаниябыҙ бар».
- Беҙ бында предприятиены күрһәтергә һәм Eberspächer компанияһы ихтыяждарына, шулай уҡ бөтә европа баҙарына сығарыу өсөн метиздар етештереү буйынса берлектәге компания төҙөү мөмкинлектәрен һөйләшеп тикшерергә килдек. Компания метиздарҙы күп ҡуллана, — тип билдәләне «АвтоВАЗагрегат» ААЙ Директорҙар советы рәйесе Алексей Козлов. — шулай уҡ яҡын арала«КАМАЗ» ихтыяждары өсөн тауыш кәметкестәр етештереүҙе Бәләбәй заводы территорияһында тупларға планлаштырабыҙ.
Eberspächer компанияһы етәксеһе Томас Валдир әйтеүенсә, «беҙҙе Рәсәйҙә коммерция автомобилдәре сегментына сығыу айырыуса ҡыҙыҡһындыра».
- Коммерция транспорты өсөн газ сығарыу системаһы етештереү өлкәһендә беҙ алда барабыҙ. Көнбайыш Европа баҙарында Евро-6 стандарты буйынса газ сығарыу системаһы етештереүҙә лә беҙ лидербыҙ. АҠШ-тағы баҙарҙың 50 проценты беҙҙә, — тип хәбәр итте Томас Валдир. — Йыл аҙағына тиклем яңы контрактҡа ҡул ҡуясаҡбыҙ, ул беҙгә Ҡытайҙа етди урын биләргә мөмкинселек бирәсәк. Был глобаль картинаны тултырыу өсөн Рәсәйҙең дә булыуы кәрәк.
Eberspächer компанияһы вәкилдәре, шул иҫәптән Томас Валдир «Бәләбәй «Автонормаль» заводы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булып, предприятиела модернизациялауҙың киңлегенә хайран ҡалды. Махсус ҡорамалдар етештереүҙе тап Бәләбәй предприятиеһында урынлаштырырға уйлайҙар.
- Коммерция автомобилдәре өсөн тауыш кәметкестәр етештереүҙә беҙ төп урынды биләргә теләйбеҙ, — тип белдерҙе Томас Валдир журналистарға Башҡортостан Президенты менән осрашыу аҙағында.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика