Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ноябрь 2013, 17:47

Өфөлә дөйөм туҡланыу һәм сауҙа предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

21 ноябрҙә Өфө мәшғүллек хеҙмәте күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу предприятиелары, шулай уҡ ҡунаҡхана хужалығы һәм ресторандар өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.
- Иртәгә үтәсәк йәрминкәлә 25 эш биреүсе ҡатнашырға теләк белдерҙе, улар эш эҙләүселәргә 500 самаһы эш урыны тәҡдим итәсәк. Улар араһында – технолог, икмәк бешереүсе, тауар белгесе, бухгалтер, бухгалтерия иҫәбе буйынса иҡтисадсы, юридик хеҙмәттәр етәкселәре, система администраторы, сәркәтип, пиар-менеджер һәм сауҙа залы администраторы вакансиялары, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса сәғәт 10-дан 12-гә тиклем барасаҡ.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас