Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
12:47 (UTC+5), 11 Ноября 2013

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсының төбәк этабы үтәсәк

Людмила Кузьмина
14 ноябрҙә Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» XVII Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтәсәк. Уны үткәреү урыны итеп һәр ваҡыттағыса БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының йыйылыштар залы һайланған.
Конкурста республиканың төрлө ҡалаларынан һәм районлврынан 14 предприятие һәм ойошма етәксеһе ҡатнашасаҡ. Конкурсанттарҙың географияһы ярайһы уҡ киң: Өфө, Благовещен, Октябрьский, Сибай, Нефтекама ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Нуриман райондары. Һәр ваҡыттағыса, ҡатнашыусылар ун номинацияның береһендә иң яҡшы булыу хоҡуғына ярышасаҡ.
— Быйыл «Дәүләт хеҙмәткәре» номинацияһында ҡатнашыуға дәғүәселәр булмаясаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина. — Уның урынына яңы номинация өҫтәлде — «Бизнеста инновацион алымдар».
Билдәле булыуынса, конкурс Рәсәйҙә 1996 йылдан йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ-лидерҙың ролен, уның эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрен үҫтереүгә индергән өлөшөн күрһәтеү маҡсатында үткәрелә. Ул бизнеста һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алған, предприятие менән һөҙөмтәле етәкселек иткән, йәмәғәт һәм хәйриә эше менән шөғөлләнгән, төбәктең социаль-иҡтисади программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштарын билдәләү өсөн булдырылған.
Төбәк этабында еңеүселәрҙе бүләкләүҙе 29 ноябрҙә «Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар — үҫеш гөктәләре» III Республика форум-күргәҙмәһе сиктәрендә үткәрергә планлаштырыла. Ул, ошоға оҡшаш тематика буйынса элекке эшҡыуарлыҡ форумдары кеүек, Стәрлетамаҡта үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика