05:42 (UTC+5), 03 Октября 2013

Өфө эшҡыуарҙарын Эшлекле контакттар биржаһына саҡыралар

Эльвира Латыпова
8 ноябрҙә Өфөлә Эшлекле контакттар биржаһы үтәсәк. Уны Өфө хакимиөте ярҙамында Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы һәм Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау Өфө ҡала фонды ойоштора.
Унда ҡатнашыуға эшлекле партнерҙар эҙләп табыу менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙар саҡырыла. Улар компанияны презентациялау үткәрә, алдан килешелгән график буйынса потенциаль партнёрҙар менән эшлекле осрашыуҙарҙа һәм һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша ала. Партнёрҙар эҙләү менән ойоштороусылар шөғөлләнә.
Программаға шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың бизнес алып барыуға ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр буйынса белгестәр менән шәхси консультацияһы һәм «Ҡытай һәм Азия илдәренән етештереүселәр менән бизнес-хеҙмәттәшлекте ойоштороу» семинары индерелгән.
Ҡатнашыусы фирмалар тураһында мәғлүмәт «Эшлекле контакттар биржалары» махсус каталогында урынлаштырыласаҡ.
Биржала ҡатнашыу өсөн заявка бирергә һәм теркәү взносын түләргә кәрәк.
Заявка бланкыһын һәм өҫтәмә мәғлүмәтте Өфө эшҡыуарҙары союзы сайтында алырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика