13:45 (UTC+5), 30 Сентябрь 2013

Республикала уртаса пенсия – 9,4 мең һум

Галина Бахшиева
1 октябрҙә Халыҡ-ара Ололар көнө алдынан Башҡортостанстат һуңғы йылдарҙа республикалағы пенсионерҙарҙың килемдәрен һәм мәшғүллеген һүрәтләүсе мәғлүмәттәр бирә.
Мәҫәлән, 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәк кешеләрҙең 92,2 проценты пенсияны төп килем итеп күрһәтә. Рәсәй буйынса был күрһәткес уртаса 86,8 процентҡа тиң.
Дәүләт алып барған сәйәсәт пенсия түләүҙәрен даими индексациялауҙы күҙ уңында тота. Шуғы күрә һуңғы йылдарҙа, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, пенсия 2000 йыл кимәленән 3,2 тапҡырға артыуы күҙәтелә.
Статистика хеҙмәткәрҙәре биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда уртаса пенсия айына 9,4 мең һум тәшкил итә, һәм ул Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткескә тап килә.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында уртаса пенсия кимәле араһындағы айырма 10,9 процент тәшкил итә. Иң күп пенсия Пермь крайында (айына 9,9 мең һум), иң аҙы – Марий Иле республикаһында (8,9 мең һум).
Әлеге ваҡытта пенсионерҙарҙың уртаса айлыҡ йәшәү минимумы 5,3 мең һум тәшкил итә.
Пенсияға сыҡҡандан һуң эшләү килем арттырыу мөмкинлеген бирә.
Һуңғы йылдарҙа республикала эшләүсе пенсионерҙарҙың һаны артыуы күҙәтелә. 2000 йыл менән сағыштырғанда, эшләүсе пенсионерҙар һаны 2,3 тапҡырға күберәк. Ауылда йәшәүсе пенсионерҙар үҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡтары менән мәшғүллекте компенсациялайҙар. Ауыл ерендә был күрһәткес 32,9 процентҡа тиң, ә ҡалала – 7,9 процент.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика