06:01 (UTC+5), 09 Сентября 2013

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда яңы производстволар экологик яҡтан хәүефһеҙ буласаҡ»

Эльмира Сабирова
— Республика етәксеһе булараҡ, мин Башҡортостанда экологик яҡтан хәүефле, бысраҡ производство төҙөүгә бер ҙә ризалашмаҫ инем. Был минең республиканың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры булып эшләгән ваҡытта уҡ булдырылған позициям, һәм унан ситкә тайпылмайым, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 7 сентябрҙә, журналистар менән аралашыу барышында.
Ағымдағы аҙнала Өфөлә «Кроношпан» заводының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау буйынса йәмәғәт тыңлауҙары башлана. Республика етәксеһе фекеренсә, был производствоға бәйле хәлдәр арттырылып күрһәтелә.
— Был ҡәҙимге ағас эшкәртеү предприятиеһы, унда ағас-юнысҡы плитә етештереләсәк. «Кроношпан» - химия производствоһы түгел, - тип аңлатты Рөстәм Хәмитов.
Бөгөнгө көндә бындай предприятиелар Өфөлә, атап әйткәндә, Нижегородкала эшләй. «Кроношпан» заводына ҡарағанда, улар бәләкәйерәк, әммә атмосфераға зарарлы матдәләрҙе күберәк бүлеп сығара.
— Был предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхитте бысратыусы үтә хәүефле объекттар булыуына зарланыуҙарҙы бер ҙә ишеткәнем юҡ. «Кроношпан» был йәһәттән күпкә таҙараҡ буласаҡ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе бөгөн тирә-яҡ мөхитте бысратҡан төп сығанаҡ итеп автомобилдәрҙе атаны.
— Өфөлә 350 мең автомобиль иҫәпләнә, йыл һайын граждандар яҡынса 35-36 мең машина һатып ала. Был автомобилдәр бүлеп сығарған зарарлы матдәләрҙең күләме төҙөләсәк предприятиеныҡынан яҡынса 20-25 тапҡырға күберәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда йыл һайын атмосфераға бер миллион 100 мең тонна зарарлы матдәләр бүленеп сыға, шуларҙың 400 меңен – сәнәғәт предприятиелары, 700 меңен автомобилдәр бүлеп сығара.
Төбәк башлығы хәбәр итеүенсә, «Кроношпан» буйынса барлыҡ экспертизалар ҙа үткәреләсәк. Предприятие төҙөү буйынса һуңғы ҡарар тик экспертиза мәғлүмәттәре нигеҙендә генә ҡабул ителсәк. Президент шулай уҡ, яңы предприятие Өфө районы халҡының эшкә урынлашыу мәсьәләһен дә хәл итәсәк, тип билдәләне.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, төбәктә яңы предприятиелар төҙөлә икән, улар экологик яҡтан таҙа буласаҡ, бөтә заманса технологияларға яуап бирәсәк. Улар бүлеп сығарған матдәләрҙе һәм ағыҙған һыуҙарҙы таҙартыу системаһы мотлаҡ булдырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика