Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Август 2013, 17:08

Башҡортостан аграрийҙары өфөлөләрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыра

31 августа һәм 1 сентябрҙә Өфөнөң Орджоникидзе районында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә.
Баш ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләр Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Меркурий», «Тирәктәр» һәм «Урал» сауҙа комплекстары алдында ойоштороласаҡ.
Мәҫәлән, С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда үтәсәк бер йәрминкәлә генә Башҡортостандың 19 районы аграрийҙары өфөлөләргә үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт ризыҡтары, бал һәм башҡа продукция тейәлгән йәмғеһе 80-дән ашыу машина булыуы көтөлә. Бынан тыш, емеш ағастары үҫентеләре лә һатыласаҡ.
Бөтә йәрминкәләр иртәнге сәғәт 9-ҙан эшләй башлай.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас