Башҡортостанда 10 һәм 11 августа иген, ҡуҙаҡлы иген һәм, көнбағыштан тыш, май культуралары 44 мең гектар майҙанда сабылған (ике процент), 47 мең гектарҙа һуғып алынған (өс процент).
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ике көн эсендә Шаран районы аграрийҙары был йәһәттән күрһәткестәрен ете процентҡа яҡшыртҡан.
Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар арҡаһында үткән ял көндәрендә республиканың алты районында эштәр туҡталып торған.