Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июнь 2013, 11:38

Төбәктең өс муниципалитеты – Рәсәйҙә финанстар менән идара итеү сифаты буйынса иң яҡшылары

Республиканың өс муниципалитеты – Өфө, Благовещен һәм Шишмә райондары - VI «Йәмәғәт финанстары менән идара итеү өлкәһендә иң яҡшы муниципаль берәмек» бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде.
— Призерҙар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары араһында алдынғы позицияларҙы биләй, - тине Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина. – Беҙҙең муниципалитеттар был конкурста һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Йыл һайын үткәрелеүсе конкурс йомғаҡтары Рәсәй финансистары берләшмәһе йыйылышында иғлан ителде, тип хәбәр иттеләр БР Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Эльвира Латипова
Читайте нас