09:55 (UTC+5), 23 Мая 2013

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәйҙә химия тармағын үҫтереү буйынса координация советын булдырырға кәрәк»

Розалия Вәлиева
— «Ҙур химия» форумы йылдан-йыл үҫешә, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты, халыҡ-ара форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап. – Бөгөнгө көндә был абруйлы форум булып тора, унда ҙур предприятиелар, министрлыҡтар етәкселәре йыйыла. Үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһарға ла ваҡыт. Алда үткәрелгән форумдар йомғаҡтары буйынса «Газпром нефтехим Салауат» нигеҙендә Бөтә Рәсәй газ һәм химия үҙәген булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла. Килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм быйыл «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте нигеҙендә индустриаль парк асыласаҡ. Волга буйына сеймал поставкалау өлкәһендә Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округының берләшеүе әһәмиәтле булды.
Рөстәм Хәмитов Euromoney компанияһы менән ойошторолған инвестиция конференцияһы менән «Газ.Нефть.Технологиялар» күргәҙмәһенең әлеге сара менән бер ваҡытта үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Быйыл алдыбыҙға ауыр бурыс ҡуйҙыҡ – Рәсәйҙең һәм, атап әйткәндә, Волга буйы федераль округының нефть һәм газ тармаҡтарын үҫтереү стратегияһын тикшереү. Әммә бының өсөн мәсьәләләрҙе тикшереү һәм пландар төҙөүҙән тыш, ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген биргән профессиналь майҙансыҡ кәрәк. РФ Энергетика министрлығының көстәрҙе туплау буйынса эштәрҙе үҙ өҫтөнә алыуы мөһим. Беҙгә яңы майҙансыҡ – координация советы, йәмәғәт советы, бер һүҙ менән әйткәндә, округта ғына түгел, ә бөтә илдә химия производствоһын үҫтереү менән шғөлләнәсәк яңы структура кәрәк, - тине республика башлығы.
— Фән, машиналар эшләү һәм башҡа өлкәләрҙә Рәсәй үҙ позицияларын кире ҡайтарһын өсөн, эшкәртеү тармаҡтарын үҫтерергә кәрәк, - тип билдәләне Президент. – Былтыр форумда тармаҡтағы инвестицион һәм инновацион сәйәсәт мәсьәләләре ентекле тикшерелде, әммә төҙөлгән килешеүҙәргә ҡарамаҫтан, илдең сәнәғәт баҙарҙарында углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү күләмдәрен арттырыу йәһәтенән етди үҙгәрештәр булманы. Әүәлгесә экспорттың күпселек өлөшөн сеймал тәшкил итә. Илебеҙ сеймал менән тәьмин ителгән, әммә уның өлөшөнә донъяла етештерелгән продукцияның ни бары ике проценты тура килә. Башҡортостан нефть сығарыу күләмдәре буйынса – бишенсе, уны тәрән эшкәртеү күләмдәре буйынса беренсе урында тора. Әммә нефть һәм газ сеймалын эшкәртеү буйынса беҙҙең позициялар юғары түгел: пластмасса изделиелар етештереү буйынса – 12 урын, резина изделиелар буйынса – 16 урын. Бшҡортостанды 2020 йылға тиклем үҫтереү стратегияһын әҙерләгәндә, иғтибарҙы тәрән эшкәртеү күләмдәрен арттырыуға йүнәлттек.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү буйынса пландары менән бүлеште. Бынан тыш, республика етәксеһе инфраструктура проекттары, атап әйткәндә, «Газпром нефтехим Салауат» нигеҙендә полимерҙар эшкәртеү буйынса индустриаль парк, нефть химияһы тармағын яңыртыу тураһында һөйләне. Был пландарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылған хәлдә, республикала тулайым төбәк продукты яҡынса 200 миллирад һумға артасаҡ, алты мең өҫтәмә эш урыны булдырыласаҡ.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика