Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2013, 17:21

Баш ҡаланың «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы янында халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең мобиль офисы эшләйәсәк

Шаршамбы, 22 майҙа, Өфөнөң «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы янында ҡаланың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең мобиль офисы эшләйәсәк. Сара Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнө сиктәрендә ойошторола.
«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, теләгән һәр кешегә төрлө дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Улар араһында - вакансиялар эҙләү, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса тестар үткәреү, консультация биреү.
Мобиль офис 14-17 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас