Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2013, 11:33

Дыуан районында «Киләсәк - эшсе кадрҙар ҡулында» йәштәр акцияһы үтә

Бөгөн Дыуан ауылы аграр техникумында Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнөнә арналған «Киләсәк - эшсе кадрҙар ҡулында» исемле йәштәр акцияһы үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнө йыл һайын 21 майҙа билдәләнә.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция сиктәрендә махсус күргәҙмә, вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Уларҙа республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында урынлашҡан предприятиелар һәм һөнәри белем биреү учреждениелары экспозициялары тәҡдим ителә.
Бынан тыш, эшсе һөнәрҙәрҙең презентациялары ойоштороласаҡ, Дыуан аграр техникумы уҡытыусылары һәм студенттары оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас