Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
10:51 (UTC+5), 26 Апреля 2013

Рәсәйҙә йыл һайын инвалидтар өсөн 14 меңгә тиклем эш урыны булдырыласаҡ

Галина Бахшиева
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын әҙерләне.
Алдағы өс йыл дауамында инвалидтар өсөн йыл һайын 14,2 меңгә тиклем махсус эш урыны булдырыу планлаштырыла. Был маҡсаттарға ҡушып финанслау шарттарында төбәктәр быйыл 792,5 миллион һум аҡса аласаҡ. Бындай мәғлүмәт менән бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының, Мәғариф һәм фән министрлығының күсмә кәңәшмәһендә таныштырҙылар. Кәңәшмә темаһы – РФ Президентының «Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында» һәм «Дәүләт социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы указдарының үтәлеше.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Блинова хәбәр итеүенсә, алдағы ваҡытта эш тәҡдим итеүселәрҙе инвалидтар өсөн эш урындарын булдырыуға дәртләндереү маҡсатында Дәүләт Думаһына тейешле федераль закон проекты тәҡдим ителәсәк.
— Инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү өсөн бөтә шарттар булдырыу беҙҙең төп бурыс булып тора. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә эш тәҡдим итеүселәрҙең, тотош йәмғиәттең ҡарашын үҙгәртергә тейешбеҙ, - тип иҫәпләй Татьяна Блинова.
Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә 15,8 миллион инвалид йәшәй, уларҙың 3,6 миллионы – эшкә яраҡлы йәштә. Әммә эш менән ни бары 817 мең инвалид тәьмин ителгән. Әлеге закон проекты эш тәҡдим итеүселәргә зыян килтермәйенсә, инвалидтар өсөн мөмкин тиклем күберәк эш урындарын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика