Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
10:45 (UTC+5), 25 Апреля 2013

Башҡортостан Президенты экология өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн махсус грант булдырырға тәҡдим итте

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына төбәктә экология өлкәһендәге бизнесты үҫтереү өсөн махсус гранттар фондын булдырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
— Экология өлкәһендә эшләгән, ҡала һәм ауылдарҙа таҙалыҡ, тәртип һәм матурлыҡ булдырған предприятиелар өсөн грант булдырасаҡбыҙ, - тине бөгөн Башҡортостандың экология өлкәһендәге эшҡыуарҙарының II съезында Рөстәм Хәмитов. - Гранттар фонды ярайһы уҡ ҙур булырға тейеш.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, экология өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фондын булдырыу өсөн, сауҙа, еңел сәнәғәт һәм башҡа мөһим өлкәләрҙән средстволар йәлеп итергә тура киләсәк, әммә бындай мөһим эш өсөн был аҙымға барырға ла мөмкин.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев та был тәҡдимде хупланы.
— Бөгөн экология өлкәһендә шөғөлләнеп грант алған эшҡыуарҙар бик әҙ, йылына бер-ике генә кеше бындай наградаға лайыҡ була. Шуға күрә гранттар системаһы булдырылырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Экология өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнергә теләүселәр һаны йылдан йыл артырға тейеш, - тине министр.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика