Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
05:50 (UTC+5), 19 Апреля 2013

Башҡортостанда 2013 йылдың июленә тиклем капиталь ремонт үткәреү өсөн төбәк операторы булдырыласаҡ

Розалия Вәлиева
18 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк системаһын булдырыу мәсьәләһе тикшерелде.
Төбәк операторы 2013 йылдың июленә тиклем булдырыласаҡ, унда фатир хужаларынан ремонт үткәреү өсөн аҡса ҡабул ителәсәк. Был хаҡта БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин хәбәр итте.
РФ субъекттарында ремонт үткәреүҙе финанслау буйынса һөҙөмтәле һәм тотороҡло механизмдар булдырыу өсөн күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүҙе финанслау йәһәтенән Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, фатир хужалары капиталь ремонт үткәреүгә ай һайын аҡса күсерергә, ә төбәк операторы капиталь ремонт үткәрергә бурыслы.
Төбәк операторы РФ субъекты тарафынан юридик шәхес сифатында булдырыла. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, оператор иҫәбенә күсерелгән барлыҡ аҡсалар тик капиталь ремонт үткәреүгә тотонолорға тейеш. Взнос күләме БР Хөкүмәте менән федераль методика нигеҙендә билдәләнәсәк. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, ул айына бер квадрат метр торлаҡ өсөн 5 һум тәшкил итәсәк. Авария хәлендәге, һүтелергә тейешле йәки реконструкция үткәреүҙе талап иткән йорт хужалары взнос түләүҙән бушатыла.
Сергей Афонин билдәләүенсә, барлыҡ күп фатирлы йорттарға ваҡытында капиталь ремонт үткәреү өсөн республикала 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем ремонт үткәреү буйынса төбәк программаһын ҡабул итеү зарур, унда барлыҡ күп фатирлы йорттар индерелергә һәм ремонт буйынса эш күләме билдәләнергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән башланғыстарҙы тағы ла бер тапҡыр иғтибар менән тикшереүҙе талап итте.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика