Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Апрель 2013, 17:37
Төбәктең агросәнәғәт комплексы предприятиелары 15,9 миллиард һумға продукция етештергән
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 2013 йылдың тәүге өс айында 15,9 миллиард һум суммаға продукция етештергән.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сумманың 98 проценты, йәғни 15,6 миллиард һум - малсылыҡ тармағына, ҡалған ике проценты, йәғни 282,7 миллион һум үҫемлекселек тармағына тура килә.
Ағымдағы йылдың ғинуар-март айҙарында республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 4,8 миллиард һум суммаға продукция етештергән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына – 781,3 миллион һум, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға 10,4 миллиард һум тура килә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
ауыл хужалығы
Читайте нас