12:39 (UTC+5), 11 Апреля 2013

Төбәктә яҙғы сәсеүгә техниканың 94-98 проценты әҙер

Галина Бахшиева
Башҡортостанда яҙғы сәсеүгә тракторҙар паркының - 94 проценты, тупраҡ эшкәртеү, сәсеү машиналарының һәм ҡорамалдарҙың 95-98 проценты әҙер, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлегенән.
Бөгөнгө көндә дәүләт техник тикшереүе йомғаҡтары буйынса тракторҙарҙың 27 проценты эшкә әҙер тип танылған. Шул уҡ ваҡытта Архангел, Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Нуриман, Стәрлетамаҡ һәм Шаран райондарында БР Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы белгестәре техниканың яртыһынан ашыуын тикшергән.
Республиканың машина-технологик станциялары аграрийҙар менән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүгә килешеүҙәр төҙөүен дауам итә.
Яҙғы сәсеү өсөн иген культуралары орлоғо шулай уҡ етерлек кимәлдә. БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала орлоҡ менән тәьмин ителеш быйыл 100 процент тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика